8 декабрь, Кесе йома

17 март 2011 йыл, 9:37

Башҡортостан техник инвентаризация архивтары менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен билдәләне

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Рәсәйҙә капиталь төҙөлөш объекттарының техник иҫәбен алыуҙы һәм техник инвентаризацияны тормошҡа ашырыусы ойошмалар архивынан мәғлүмәттәрҙән файҙаланыу ҡағиҙәләрен билдәләүсе субъекттарҙың береһе булды. Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәтенең 15 марттағы ҡарары менән капиталь төҙөлөш объекттары буйынса архив документтарынан файҙаланыу һәм уларҙы тапшырыу тәртибен раҫланы.

Был тәртип Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы капиталь төҙөлөш объекттарының техник иҫәбен алыу һәм уларға техник инвентаризация үткәреү буйынса ойошмаларҙа тупланған техник һәм баһалау документацияһын һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн эшләнгән.

Документ менән мәғлүмәттәрҙе һорарға хоҡуҡлы кешеләр даирәһе билдәләнә. Ундайҙарға, тәү сиратта, документтарҙың милексеһе, хужаһы (балансҡа эйә булыусы) йәки закон, мираҫ ҡағыҙы буйынса уларҙың ышаныслы кешеләре һәм вариҫтары инә.

Тәртип дәүләт органдарына мәғлүмәттәр биреүгә ҡағылған сикләүҙәрҙе билдәләй. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм судтар үҙҙәренең эшенә ҡағылған мәғлүмәттәрҙе, ә һалым органдары үҙҙәренең ведомствоһындағы территорияла урынлашҡан капиталь төҙөлөш объекттары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һорарға хоҡуҡлы. Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары тейешле административ территориаль берәмектәрҙә урынлашҡан капиталь төҙөлөш объекттары хаҡында һорау ебәрә ала.

Мәғлүмәттәр биреүҙән баш тартыу нигеҙҙәре хаҡында ла һүҙ алып барыла. Был нигеҙҙәр түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла: һорауҙың йөкмәткеһе мәғлүмәттәр ҡағылған объектты бер төрлө идентификациялау мөмкинлеге бирмәһә; мәғлүмәт ошондай хоҡуҡҡа эйә булмаған кеше тарафынан һоралһа; Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы бындай мәғлүмәтте биреү рөхсәт ителмәһә, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.