5 декабрь, Дүшәмбе

16 март 2011 йыл, 13:19

Ауыл хужалығы эшсәндәренең химиялаштырыуға киткән сығымдары компенсациялана

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте ауыл хужалығы етештереүселәре тарафынан минераль ашламалар һатып алыуға сығымдарҙы компенсациялай. Был 2011 йылда химиялаштырыу саралары һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға БР бюджетынан субсидиялар биреү тәртибе менән билдәләнде.  Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

Тәртип ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә, ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларына һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе, уны эшкәртеүҙе һәм һатыуҙы тормошҡа ашырған ойошмаларға Башҡортостан бюджетынан субсидиялар биреү механизмын билдәләй.

Компенсация күләме 1 гектар ужым культураларына индереү нормаһының 60 проценты иҫәбенән сығып, 1 тонна минераль ашламаларҙың тәьҫирле матдәһе өсөн ставка буйынса иҫәпләнә.

Компенсацияны алыу өсөн субсидияға эйә булыусылар 2011 йылдың 1 майына тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығына документтар тапшырырға тейеш.

Документта, һатып алынған химиялаштырыу сараһы өсөн түләү субсидия алыусы тарафынан өсөнсө шәхестәр ҡатнашлығынан тыш тормошҡа ашырылырға тейеш, тип айырым билдәләнә.

Субсидияларҙы дөрөҫ иҫәпләү һәм түләүгә, бюджет аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуға контролде Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы тормошҡа ашыра, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.