11 декабрь, Йәкшәмбе

16 март 2011 йыл, 13:03

БР Хөкүмәте ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә яғыулыҡ һатып алыуға субсидия бирә

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән ағымдағы йылда миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреүҙә файҙаланылған дизель яғыулығына республика бюджетынан субсидиялар биреү тәртибе раҫланды.  

Документта, программа бюджет йөкләмәләре лимиттары, 2011 йылғы төбәк бюджетында БР Ауыл хужалығы министрлығына раҫланған рөхсәт ителгән финанслау күләмдәре сиктәрендә финанслана, тип билдәләнә.

Ауыл хужалығы тауар етештереүселәре, ҡулланыу кооперациялары ойошмалары һәм ауыл хужалығы подукцияһы етештереүсе, уны эшкәртеүсе һәм һатыусы ойошмалар субсидиялар алыуға хоҡуҡлы. Субсидиялар конкурс производствоһы стадияһындағы субсидия алыусыларға бирелмәй.

Сәселгән 1 гектар майҙанға тейешле субсидия 2010 йыл уңышына сәсеү йомғаҡтарынан сығып иҫәпләнә, ә күп йыллыҡ культуралар өсөн ауыл хужалығы культуралары уңышын йыйып алыу тураһындағы мәғлүмәттәр нигеҙ итеп алына.

Субсидия биреү тәртибе ярҙам алыу механизмын һәм БР Ауыл хужалығы министрлығына тапшырыу өсөн талап ителгән документтар исемлеген билдәләй.

Ведомство үҙ сиратында 2011 йылда бюджеттан миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен башҡарыу өсөн дизель яғыулығына субсидия биреүгә йыйылма белешмә төҙөй.  

Документ, кәмселектәрҙе ете көн эсендә бөтөргән осраҡта, мәғлүмәттәр етмәгән документтарҙы ҡабаттан ҡарауҙы күҙ уңында тота. Субсидия алыусы билдәләнгән ваҡытта документтарҙы артабан ҡарауҙан баш тартыу нигеҙҙәрен яйға һалмаған осраҡта, тотонолмаған аҡса башҡа субсидия алыусылар араһында бүленә, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.