Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Нәүрүз-2011» 16 апрелдә билдәләнәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортонда «Нәүрүз-2011» байрамын ойоштороусыларҙың ултырышы үтте. Унда республиканың тиҫтәнән ашыу милли-мәҙәни берекмәләре етәкселәре ҡатнашты, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Илшат Сабитов.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар байрам үткәреү датаһын һәм урынын билдәләне — ул 16 апрелдә Өфөнөң И.Яҡутов  исемендәге паркында үткәреләсәк. Һәр милли-мәҙәни үҙәк байрамда традицион йорт кәрәк-яраҡтары, милли аш-һыуы менән үҙенең ихатаһын ҡуясаҡ. Йола буйынса Нәүрүз халыҡ уйындары, спорт ярыштары менән оҙатылып барасаҡ. Концерт программаһын милли берекмәләр вәкилдәре һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары әҙерләй. Байрамда Үзбәкстандан вокаль ансамблдең ҡатнашыуы ла көтөлә.

— Быйылғы йыл Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителгән, — тип билдәләне Илшат Сабитов. – Республика етәкселеге тарафынан байрамға иғтибар ҙур буласаҡ. Нәүрүзгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм башҡа юғары вазифалы ҡунаҡтар килер, тип өмөтләнәбеҙ.

Нәүрүз яҙ байрамы өс мең самаһы йыл элек Иранда барлыҡҡа килгән һәм сәсеү миҙгеле башланыуға ҡарата үткәрелә. Ул яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта байрам ителә. Йола буйынса байрам алдынан йорттар биҙәлә, бурыстар таратыла һәм һый-ниғмәт әҙерләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть