Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Айрат Ғәскәров Рәсәй Һаҡлыҡ банкы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге рәсми сығанаҡ Федерация Советының хәҙер инде элекке ағзаһы, унан алда Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың финанс министры вазифаһын биләгән Айрат Ғәскәровтың «Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе итеп тәғәйенләнеүе тураһындағы мәғлүмәтте раҫланы.

Айрат Ғәскәровтың урынын Федерация Советында Анатолий Бондарук аласаҡ, ул быға тиклем Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ине.

«Башинформ» агентлығының быға тиклем хәбәр итеүенсә, кисә Башҡортостан парламенты депутаттары пленар ултырышта Анатолий Бондарукты Федерация Советы ағзаһы итеп тәғәйенләүгә ризалығын бирҙе, унда ул республика башҡарма власть органы мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов  Анатолий Бондарукты Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы – Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органынан вәкил итеп тәғәйенләү тураһындағы тейешле указға 15 мартта ҡул ҡуйҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть