8 декабрь, Кесе йома

17 март 2011 йыл, 11:20

Аграрийҙар өсөн яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтарҙы кәметеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Хөкүмәте менән «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында 2011 йылда республика ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә һатыласаҡ яғыулыҡ — майлау материалдарының айырым төрҙәренә хаҡтарҙы кәметеү йәки арттырмай тотоп тороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа БР Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Виктор Хорошавцев ҡул ҡуйҙы.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, уның арҡаһында республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре 2011 йылдағы ауыл хужалығы эштәрен үткәреүгә яғыулыҡ-майлау материалдары менән кәметелгән хаҡтар буйынса тәьмин ителәсәк.

2011 йылда ауыл хужалығы эшсәндәрен яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү күләме РФ Ауыл хужалығы министрлығы һәм РФ Энергетика министрлығы менән һөйләшеп килешеү буйынса билдәләнгән. 84,11 мең тонна дизель яғыулығы, 6,33 мең тонна «Нормаль» — 80 маркалы автобензин льготалы хаҡтар буйынса һатыласаҡ.

Республика Хөкүмәте ауыл хужалығы тауар етештереүселәре – кәметелгән хаҡтар менән яғыулыҡ-майлау материалдары алыусыларҙың исемлеген әҙерләп бирәсәк. Яғыулыҡ-майлау материалдары ауыл хужалығы эштәрен үткәреүгә генә тотонолорға тейеш.

Кәметеүҙе иҫәпкә алып нефть продукттарының хаҡы түбәндәгесә торасаҡ: дизель яғыулығы — бер тоннаға 15750 һум, Нормаль-80  маркалы автобензин – 19440 һум.