7 декабрь, Шаршамбы

17 март 2011 йыл, 10:53

Башҡортостанда профессиональ тау саңғысылары әҙерләнәсәк

автор: "Башинформ"

Башҡортостанда Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд үҙәге ойошторола. Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең 2011 йылдың 15 мартындағы 224-р һанлы бойороғо менән спортсылар әҙерләү буйынса махсус үҙәк ойоштороу тураһындағы ҡарарҙы раҫланы.

Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд үҙәк клубы спорт йүнәлешен һәм балаларҙы спорт йәһәтенән әҙерләү буйынса өҫтәмә белем биреү программаларын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу, уларҙың һәләттәрен үҫтереү һәм юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшеү маҡсатында ойошторола. Бынан тыш, үҙәктәр профессионалдарҙың һәм һәүәҫкәрҙәрҙең физик культура һәм спорт менән тулы ҡиммәтле шөғөлләнеүе, күмәк спорт саралары һәм мәҙәни ял өсөн хеҙмәттәр күрһәтәсәк.  

Үҙәк клуб составына Башҡортостан Республикаһының тау саңғыһы үҙәктәре территорияһында урынлашҡан ете филиал – терәк пункт инәсәк. Улар «Морат» (Белорет ҡалаһы), «Ҡандракүл» (Туймазы районы), «Өйәҙетау» (Октябрьский ҡалаһы), «Ҡуштау» (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), «Асытау» (Белорет районы), «Павловка паркы» (Нуриман районы) һәм «Ергәнтау» (Мәләүез районы).

Әлегә республикала тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса ике бүлексә эшләй, уларҙа 226 кеше даими шөғөлләнә. 2011 — 2012 йылдарҙа даими шөғөлләнеүселәр һаны 630 кеше тәшкил итәсәк тау саңғыһы һәм сноуборд бүлексәләрен асыу планлаштырыла.  

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына бер ай эсендә учреждениеның уставын һәм Күҙәтеү советы составын раҫлау бурысы ҡуйылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.