4 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2011 йыл, 9:34

Владимир Путин һәм Рөстәм Хәмитов Башҡортостан иҡтисадындағы хәлдәр торошон тикшерҙе

автор: "Башинформ" | фото: 1 канал

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, осрашыуҙа республиканың эре инвестиция проекттары, инфраструктура, шулай уҡ хәҙерге социаль-иҡтисади хәл тикшерелгән. Премьер фекеренсә, әгәр башланған бөтөн инвестпроекттар уңышлы бойомға ашырылһа, Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы индустриаль үҙәктәренең береһе булараҡ үҙенең репутацияһын нығытасаҡ.

Осрашыу стенограммаһын http://www.presidentrb.ru/rus/press_serv/novosti/4190.html адресы буйнса ҡарарға мөмкин.