10 декабрь, Шәмбе

16 март 2011 йыл, 17:07

17 мартта Милли китапханала Әнүәр Сөләймәнов китабының презентацияһы үткәрелә

автор: Руфина Хананова

17 мартта Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлегендә Әнүәр Сөләймәновтың «Ерҙәге йондоҙҙар» китабының презентацияһы үтәсәк.              

Баҫмала беҙҙең республикала тыуған, үҫкән һәм үҙенең юлын тапҡан һәм бөгөн Рәсәй күләмендә уңышлы эшләгән билдәле кешеләр тураһында мауыҡтырғыс хикәйәләр тупланған.

Презентацияла Өфө сәнғәт училищеһы студенттары башҡарыуында башҡорт һәм татар композиторҙарының йырҙары һәм шиғырҙары яңғыраясаҡ.

Сара 16 сәғәттә башлана.

темалар: анонс