6 декабрь, Шишәмбе

16 март 2011 йыл, 16:22

Рәсәй Профлидеры: Бизнестың төп социаль бурысы – лайыҡлы эш урындары булдырыу

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков ватан сәнәғәтселәре законлаштырырға тәҡдим иткән 12 сәғәтлек эш көнөн крепостнойлыҡ менән сағыштырҙы.

— Крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлгәнгә тиклем үк Рәсәйҙә 1848 йылда йылына ун көнгә тиклем барщинаны сикләү индерелә, — тине ул шаршамбы көндө Өфөлә журналистар менән осрашыуҙа. – Шул ваҡытта уҡ ил етәкселеге кеше потенциалын һаҡлау тураһында уйланған. Әлеге эш биреүселәр иһә кешеләргә тотоноу материалы итеп ҡараған кеүек. Улар тәҡдим иткән 12 сәғәтлек эш көнөнөң үҙ ваҡытындағы барщинанан да ауырыраҡ булыуы ихтимал.  

Михаил Шмаков йәнә, бизнестың төп социаль яуаплылығы – лайыҡлы эш урындары булдырыу, тип билдәләне.

— Балалар йортона йәки әбейҙәргә бер тапҡыр ярҙам күрһәтеү кеүек мәрхәмәтлек – пиар, — тине ул, — ә бизнестан бөгөн йәмғиәт көткән нәмә түгел.

темалар: профсоюздар