Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан студенттары өсөн «Студент яҙы» башланды

Йәмғиәт

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында «Студент яҙы — 2011» ижади фестиваленең һайлап алыу турҙары башланды. Өс яҙғы ай дауамында юғары уҡыу йорттарының концерт майҙандарында ижади коллективтарҙың факультет һәм юғары уҡыу йорттары смотр-конкурстары, фестивалдәре, отчет концерттары үтәсәк.

Фестивалдең конкурс программаһы бер нисә номинация буйынса үтә: вокал – соло һәм ансамбль, хореография, конферанс, сәхнә оҫталығы, үҙенсәлекле жанр.  

Фестивалде ойоштороусылар әйтеүенсә, «Студент яҙы» һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеүгә, студенттар ижадын пропагандалауға, башҡарыу оҫталығын күтәреүгә, йәштәрҙе эстетик һәм әхлаҡи тәрбиәләү буйынса эштәр формаһын камиллаштырыу, ҡала һәм төбәктең мәҙәни потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр һайлап алыу турҙарында 40 меңдән ашыу студент ҡатнашты.

Йола буйынса республика фестиваленең гала-концерты май айында үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть