8 декабрь, Кесе йома

16 март 2011 йыл, 14:06

Анатолий Бондарук БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының яңы президенты тәғәйенләнгәнгә тиклем вазифаһын үтәйәсәк

автор: Любовь Колоколова

2011 йылдың 15 мартында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Анатолий Бондарукты Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы — Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт башҡарма власы органы вәкиле итеп тәғәйенләү турында Указға ҡул ҡуйҙы.

Президент Указы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йүнәлтелгәйне. 15 мартта Дәүләт Йыйылышының 36-сы пленар ултырышында депутаттар Анатолий Бондарукты Федерация Советы ағзаһы итеп тәғәйенләүгә ризалығын бирҙе.

Ошоноң менән бәйле Анатолий Бондаруктың БР Дәүләт Йыйылышы депутаты вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «Селена» төркөмө президенты Анатолий Бондарук 2010 йылдың 6 июленән башлап Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһына етәкселек итә.  Былтыр 15 сентябрҙә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының отчет-һайлау конференцияһында ул Палата президенты итеп һайланды.  

Был ойошманың Уставына ярашлы, Анатолий Бондаруктың вәкәләттәрен туҡтатыу һәм Палатаның яңы президентын һайлау тураһындағы ҡарарҙы юғары етәкселек органы — БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы конференцияһы ҡабул итергә тейеш. Конференция саҡырылғанға тиклем Палата Идараһы БР Сауҙа-сәнәғәт платаһы президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыны билдәләйәсәк. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһынандағы рәсми сығанаҡтан билдәле булыуынса, был вазифаға Палатаның вице-президенты Азат Фазлыевтың тәғәйенләнеүе ихтимал. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының яңы президентын һайлағанға тиклем етәксе функцияларын сенатор итеп тәғәйенләнгән Анатолий Бондарук үҙе башҡарасаҡ, был БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Уставына ҡаршы килмәй.