3 декабрь, Шәмбе

15 март 2011 йыл, 14:19

Башҡортостан парламентының пленар ултырышында 10 закон ҡабул ителде

автор: Марина Шумилова

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 15 мартта пленар ултырышта 16 закон проектын тикшерҙе, шуларҙың унауһы буйынса эш тамамланды.

Закондар сығарыу эшен парламентарийҙар тиҙҙән закон статусын аласаҡ хоҡуҡи документтарҙан башланы. Улар иҫәбендә – “Дөйөм файҙаланыуҙағы транспорт өсөн файҙаланылған транспорт инфраструктураһы объекттарында асыҡ саралар үткәреү тәртибе тураһында”, “Республика айырым маҡсатлы программалары тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 11-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”, “Башҡортостан Республикаһында дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”, “2011–2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзине тураһында” республика закондары проекттары.

“Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индереүсе закон тиҙҙән эшләй башлаясаҡ. Кисәге ултырышта ҡабул ителгән хоҡуҡи акт социаль торлаҡ төҙөлөшө алып барыусы ойошмаларға ер участкаларын бушлай биреүҙе күҙ уңында тота.

Беренсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһында коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында” һәм “2011 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында” закондарына үҙгәрештәр индереү буйынса закон проекттары ҡабул ителде. Һуңғыһын ҡабул итеү зарурлығы федераль бюджеттан, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фондынан аҡса алыуға, дәүләт, муниципаль бюджет һәм дәүләт, муниципаль автономиялы учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә бәйле.

Икенсе уҡыуҙа парламентарийҙар “Мәғариф тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында” һәм “Башҡортостан Республикаһында баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыусы граждандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие тураһында” республика закондары проекттарын ҡараны. Һуңғыһы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алынған һәр балаға әсәлек (ғаилә) капиталы күләмендә бер тапҡыр пособие биреүҙе билдәләй.

Бынан тыш, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарарҙары хупланды. Уларға ярашлы, парламент “Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 31-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” һәм “Этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукция етештереүҙе һәм уның әйләнешен дәүләт көйләүе тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”, эсемлектең ҡеүәтенең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, төнгө ваҡытта алкоголь продукцияһы һатыуҙы тыйыуға йүнәлтелгән “Һыраны һәм уның нигеҙендә етештерелгән эсемлектәрҙе ваҡлап һатыуҙы һәм ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында” Федераль законды көсөнән сыҡҡан тип таныу тураһындағы федераль закондар проекттарын Дәүләт Думаһына индерәсәк. Шулай уҡ депутаттар ҡарары менән киләһе айҙарҙа Башҡортостан территорияһында коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте тормошҡа ашырыу практикаһы буйынса парламент тыңлауҙары үтәсәк.

Башҡортостан Президенты күрһәтмәһе менән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Анатолий Бондарукты Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзаһы – Башҡортостан Республикаһының башҡарма дәүләт власы органынан вәкил итеп тәғәйенләне, шулай уҡ депутат Лилиә Ғүмәрованы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары итеп һайланы. Ошоға бәйле депутаттар уны Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһынан ваҡытынан алда азат итеү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Уның урынына Президент тәҡдиме буйынса Милана Скоробогатова тәғәйенләнде.

Ошоноң менән бергә республика парламенты республиканың туғыҙ суд участкаһында мировой судьялар вазифаһына кандидаттарҙы раҫланы