6 декабрь, Шишәмбе

16 март 2011 йыл, 13:00

БР халыҡтары телдәре буйынса комиссияның яңы составы раҫланды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 15 мартта «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законды тормошҡа ашырыу буйынса БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Комиссия составы раҫланды.

Комиссияның яңы составы яҡын арала БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе – вице-премьер Илшат Тажетдинов рәйеслегендә сираттағы ултырышын үткәрәсәк.

Комиссия 1999 йылда ойошторолған. Телдәр тураһындағы законды тормошҡа ашырыу буйынса программалар эшләү һәм уларҙы үтәү, телдәр статусын көйләүсе документ проекттарын әҙерләү уның төп бурыстары тип билдәләнгән.

Комиссия сиктәрендә республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, ғилми учреждениелары Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар телдәре нормаларын файҙаланыуға һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙең ҡулайлы алымдарына ҡағылышлы рекомендациялар һәм тәҡдимдәр әҙерләй.

Комиссия ҡала һәм район комиссиялары эшмәкәрлеген дә контролдә тота һәм үҙенең эшенә тейешле белгестәрҙе, дәүләт власы органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен йәлеп итеүгә хоҡуҡлы, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.