9 декабрь, Йома

16 март 2011 йыл, 11:52

Башҡортостан эҙәрмәндәре «Мемориал–2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан эҙәрмәндәр отрядтары төбәк йәмәғәт фонды 2011 йылдың 20-24 июнендә «Манеж» Үҙәк күргәҙмә залында (Мәскәү) үтәсәк «Мемориал–2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыуға әҙерләнә.

Күргәҙмә һалдат ҡәберлектәре тураһында хөкүмәт-ара килешеүҙәр үтәлешенә арнала. Уны ойоштороусылар булып Рәсәй Оборона министрлығы һәм «Фән-ХХI» хәүефһеҙлек проблемаларын ғилми яҡтан тикшереүгә булышлыҡ итеү фонды сығыш яһай. Күргәҙмә сиктәрендә «Ватанды һаҡлағанда һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында»ғы Законды ғәмәлгә ашырыуға арналған түңәрәк өҫтәл дә үтәсәк.

Белешмә өсөн. БР Эҙәрмәндәр отрядтары төбәк йәмәғәт фонды 2002 йылдың 25 декабрендә ойошторолған. Туғыҙ йыл эсендә уның ҡанаты аҫтында 17 эҙәрмәндәр отряды тупланған. Ойошма көсө менән Ленинград, Новгород, Смоленск, Волгоград, Мәскәү, Курск өлкәләре һәм Краснодар крайы территорияларында 40-тан ашыу эҙләү һәм эҙләү-тикшеренеү экспедициялары үткәрелгән. Уларҙа 500-ләп мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашҡан.  Башҡортостан эҙәрмәндәре арҡаһында ете йөҙҙән ашыу совет яугирының һөйәктәре табылып, улар ҙур хөрмәт менән тыуған ерендә ерләнгән.

Фонд Икенсе Бөтә донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалған һалдат һәм офицерҙарҙы эҙләү буйынса «Әсирлектән ҡайтарыу» һәм «Һәләк булған эшелондар» тип аталған үҙенсәлекле инновацион технологиялар һәм алымдар өҫтөндә эшләй.