8 декабрь, Кесе йома

15 март 2011 йыл, 16:53

Рөстәм Хәмитов: «Йәмғиәттең власҡа ышанысын нығытыу – уңышлы үҫеш нигеҙе»

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға «Йәмғиәттең власҡа ышанысын нығытыу – уңышлы үҫеш нигеҙе» Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Түбәндә төбәк башлығы Мөрәжәғәтнамәһенең тулы тексын бирәбеҙ.  

«Хөрмәтле депутаттар, коллегалар, ҡунаҡтар!

Әле генә һеҙ башҡарылған эш хаҡында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте отчетын тыңланығыҙ. Ундағы баһаламалар, нигеҙҙә, иҡтисадҡа ҡарай. Хәҙер мин хәлде сәйәсәт күҙлегенән баһаларға теләйем.

Власть алмашыныуы, айырыуса Рәсәйҙә, һәр ваҡыт етди һынау ул. Бөгөн мин Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышына тәүге Мөрәжәғәтнамәмдә, Башҡортостандың сәйәси ҡоролошо ошо һынау аша лайыҡлы үтте, тип билдәләүемә шатмын. Төп власть институттары күсеү осоронда өҙлөкһөҙ эшләне һәм бөтә дәүләт структураларының ышаныслы, тотороҡло эшен тәьмин итте. Залда ултырған республика Хөкүмәте ағзаларына, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына, ҡалалар һәм райондар башлыҡтарына, шулай уҡ предприятие етәкселәренә бының өсөн рәхмәт белдергем килә.

Күсеү осоро «шым» булманы, тип айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алам. Республикала әүҙем йәмәғәт дискуссияһы барҙы. Ҡыҙыҡһынған бөтә яҡтар унда ҡатнашты. Быны уҙған айҙарҙың иң мөһим билдәләренең береһе тип иҫәпләйем. Сәйәсәт тап шундай – асыҡ, билдәле, үтә күренмәле – булырға тейеш.

Мин ошоға баҫым яһайым, сөнки асыҡ дискуссияны «келәм аҫтындағы бульдогтар тартҡылашы» алыштырһа, бының граждандар өсөн бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ килтермәүен беләм. Йәмәғәт контроле барып етмәгән зоналарҙа, ғәҙәттә, властан файҙаланыу һәм коррупция сәскә ата.

Республика Президенты булараҡ үҙ алдыма ҡуйған төп маҡсат – был хаҡта мин бер нисә тапҡыр әйттем – түбәндәгесә яңғырай: кешеләр өсөн власть. Граждандар власть үткәргән сәйәсәтте формалаштырыуҙа ҡатнашырға тейеш.

Республика киләсәктә хәл итергә тейешле бурыстар ябай түгел. Уларҙы хәл итеү өсөн йәмәғәтселекте тотош, һис юғында күпселеген тупларға кәрәк буласаҡ. Граждандар Хөкүмәткә ышаныс белдергәндә генә был тупланыу мөмкин буласаҡ. Беҙгә кешеләргә республикала властың намыҫлы һәм яуаплы эшләүен иҫбат итергә кәрәк буласаҡ.

Властың ғәҙеллеге, дөрөҫлөгө – уның һөҙөмтәлелегенең тәүге шарты. Булған проблемаларҙы аныҡ билдәләмәйенсә уларҙы төҙәтеү мөмкин түгеллеге бәхәсһеҙ.

Проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ тикшереү һөҙөмтәһендә беҙ быға тиклем эшкә ҡушылмаған ресурстарҙы туплай һәм эшкә ҡуша алдыҡ, тип иҫәпләйем. Был билдәле һөҙөмтәләрҙе килтерә башланы. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса сит ил инвестициялары күләме 2009 йылға ҡарата 80 проценттан ашыуға артҡан һәм 500 миллион долларҙан ашып киткән. Сәнәғәт тә үҙгәрештәргә ыңғай ҡарай. Сәнәғәт етештереүе уҙған йыл йомғаҡтары буйынса 14 процентҡа артҡан.

Хөкүмәт асыҡлыҡ һәм үҙәкләштереүҙән ситләшеү йүнәлешендә хәрәкәтте дауам итәсәк. Башҡарма властан тыш, иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси тормоштоң башҡа субъекттарының хоҡуҡтары һәм вәкәләттәре киңәйтелергә тейеш. Республика хәрәкәте йүнәлешен Хөкүмәт кенә билдәләргә тейеш түгел. Был эштә депутаттар корпусы ла, урындағы үҙидара ла, йәмәғәтселек тә әүҙем ҡатнашырға тейеш. Был декларация ғына түгел, ысынбарлыҡта тулы ҡанлы ҡатнашыу булырға тейеш.

Заманса мәғлүмәт технологиялары халыҡты сәйәси ҡарарҙар ҡабул итеү эшенә йәлеп итеүҙең мөһим ҡоралына әүерелергә тейеш. Был тәңгәлдә бөтә кимәлдәге власҡа үҙ эшен әүҙемләштерергә кәрәк. Беҙҙең эшмәкәрлек хаҡында мәғлүмәт ҡыҙыҡһынған бөтә граждандарға барып етергә тейеш. Логика ябай: власть кешене ишетергә һәм тыңларға тейеш.

Быларҙың барыһын да эшләргә кәрәк, сөнки ябыҡ, консерватизмға һәм сәйәси конкуренцияны сикләүгә нигеҙләнгән стратегия хәҙер эшләмәй. Бәлки, ул торғонлоҡ заманында, 90-сы йылдарҙа, үҙен аҡлағандыр. Ләкин бер генә стратегия ла универсаль булмай. 2000-се йылдар башынан ил үҙгәрә башланы һәм уның менән бергә Башҡортостандағы сәйәсәт тә ҙурыраҡ асыҡлыҡ яғына үҙгәрергә тейеш ине.

Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында был барып сыҡманы. Шунлыҡтан әле республикалағы ҡайһы бер мөһим күрһәткестәр буйынса һөҙөмтәләр насарыраҡ, ә уларҙың юғары булыуы бик мөмкин ине. Уҙған ун йыллыҡта беҙҙән артта ҡалған бик күп төбәктәр бөгөн беҙҙән алда килә.

Дәлилһеҙ булмаҫ өсөн уҙған йыл аҙағында Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығы тарафынан төбәктәр иҡтисадын сағыштырмаса тикшереү буйынса һуңғы күрһәткестәрҙе килтерәм.

Уларға ярашлы, беҙҙең республикала сәнәғәт күрһәткестәре илдәге уртаса күрһәткестән яҡшыраҡ. Был бик һәйбәт, ләкин быны беҙҙең быуын ҡаҙанышы ғына тип иҫәпләп булмай. Республиканың ҡеүәтле сәнәғәт комплексы тиҫтәләрсә йылдар дауамында булдырылды.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың бөгөнгө бюджет күрһәткестәре, инвестицион күркәмлек күрһәткестәре «уртаса Рәсәйҙекенән насарыраҡтар» төркөмөндә. «Тулайым төбәк продуктында тейәп оҙатылған сит ил продукцияһы өлөшө» кеүек параметр буйынса республика Волга буйы федераль округында унынсы урында. Йән башына иҫәпләгәндә төп капиталға инвестициялар күләме уртаса Рәсәй күрһәткесенән ике тапҡырға тиерлек түбән.

Әйҙәгеҙ беҙҙең кешеләр нисек йәшәгәнен ҡарайыҡ. Мин «эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ» өҫтөнлөктәрен юҡҡа ғына һайламаным. Граждандарыбыҙҙың тормош сифатын билдәләүсе ошо төп йүнәлештәр буйынса бик күп хәл ителмәгән мәсьәләләребеҙ бар.

Республикала эшһеҙлек ил буйынса уртасанан юғары. 39 меңдән ашыу кеше хеҙмәт биржаһында тора. Был – ҙур муниципаль район халҡы менән сағыштырырлыҡ һан. Шул уҡ ваҡытта бөтә эшһеҙҙәрҙең биржала теркәлмәүен дә иҫтән сығарырға ярамай.

Эш хаҡы. Башҡортостан халҡының эш хаҡы Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән сирек өлөшкә кәмерәк. Эшләп йөрөүселәрҙең 80 проценты самаһы айына 20 мең һумдан артыҡ алмай. Мәскәүҙә шул уҡ эш өсөн беҙҙәгенән 2–3 тапҡырға күберәк алалар.

Торлаҡ. Халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән беҙ Рәсәй Федерацияһында 56-сы урында торабыҙ. Ә ошондай эш хаҡы менән граждандарҙың 15 – 20 проценты ғына ипотекаға иҫәп тота ала.

Әлбиттә, бөтә был проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Бының өсөн бюджетҡа өҫтәмә килем талап ителә. Уны ҡайҙан алырға? Һатырға мөмкин булған эре милек республикала ҡалмаған тиерлек. «Башнефть», «Урал тау-металлургия компанияһы» йәки «Газпром» кеүек ҙур һалым түләүселәр түләүҙәрен ҡапыл арттырыр тип өмөтләнеп булмай. Улар үҫешәсәк, модернизацияланасаҡ, әлбиттә, ләкин яҡын арала ғына был предприятиеларҙа хәл киҫкен үҙгәрмәйәсәк.

Республикала күләм арттырып үҫеү ҡеүәте бөткән тиерлек. Шуға ла Хөкүмәткә тәү сиратта булған хужалыҡта тәртип урынлаштырырға кәрәк. Яңы – интенсив – үҫеш моделен булдырыу зарур. Бөгөн иң мөһим бурыстарҙың береһе – булған ресурстарҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелеген арттырыу.

Беҙ һаҡсылыраҡ хужа булырға тейешбеҙ. Күптән түгел Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы уҙған ике йылдағы республика бюджеты үтәлешен тикшерҙе. Асыҡланған закон боҙоуҙар күләме 20 миллиард һумдан ашып китте. Был етешһеҙлектәр документацияһыҙ, конкурстар үткәрмәй төҙөлөш алып барыуға, бюджет ресурстарын һөҙөмтәһеҙ файҙаланыуға бәйле. Дөрөҫ эшләгән хәлдә, ошо сумманың кәм тигәндә 30 процентын экономиялай алыр инек, тип ышанам.

Иҡтисадтың һөҙөмтәлелеген арттырыу проблемаһын бер нисә чиновникты эштән ебәреү менән генә хәл итеп булмай. Башҡортостан ғәмәлдә эйә булған ресурстарҙың ғәйәт ҙур өлөшө әлеге көнгә тиклем хужалыҡ әйләнешендә ҡатнашмай.

Ерҙәрҙең яртыһынан күбе әлегә тиклем милек итеп рәсмиләштерелмәгән. Ер кемдеке – Федерацияныҡымы, республиканыҡы йәки муниципалитеттыҡымы? Аңлашылмай. Ер рәсмиләштерелмәгән икән, рәсми иҡтисадта ла ул ҡатнашмай.

Ләкин ер рәсмиләштерелгән хәлдә лә йыш ҡына йылдар буйы уның өсөн түләмәгән йәки бер ниндәй ҙә өҫтәмә хаҡ етештермәгән арендаторҙарға бирелә.

Урман менән дә шундай уҡ хәл. Рәсми иҡтисад тормошонда урман сәнәғәте бөтөнләй юҡ тиерлек, шул уҡ ваҡытта ысынында урманды ғәйәт ҙур күләмдәрҙә һәм бер ниндәй контролһеҙ киҫәләр. Тармаҡтағы әйләнештәр һәм килем күләгәлә ҡала. Был тармаҡта тәртип урынлаштырырға кәрәк. Һәм кисекмәҫтән.

Дәүләт мөлкәте реестрына индерелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө йәһәтенән дә проблемалар бар. Күптән түгел Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы коллегияһында ошо хәлде тикшерҙек. Ысын хаҡы 6 миллиард һумға барып еткән объекттар теркәгән ваҡытта 60 миллион һумға баһалана. Берәйһе аҡса янсығындағы аҡсаһын һанағанда 100 тапҡырға яңылыша аламы? Ни өсөн дәүләт активтары менән был мөмкин?

Республиканың иҡтисади проекттарында бюджет средстволарын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелек критерийҙары һаман юҡ. Аҡса бер ниндәй ҙә килем килтермәйенсә әйләнеп йөрөй. Мәҫәлән, «Башҡортостан венчур компанияһы» һәм «Төбәк фонды»на һалынған миллиардтарса һумдар. Был структураларҙа беҙ миллиондарса һумдарҙы юғалттыҡ та инде.

Дәүләт унитар предприятиеларының күпселеге, беҙ был хаҡта ла әйттек, үҙенең милексеһе – дәүләткә һиҙелерлек бер ниндәй килем килтермәйенсә үҙ алдына көн итә.

Күренеүенсә, мөлкәтте һәм бюджет средстволарын иҫәпкә алыу, контролдә тотоу һәм файҙаланыу һөҙөмтәлелеге йәһәтенән проблемалар күп. Бындай осраҡта дәүләт идараһын аҡса таратыуға ғына ҡайтарып ҡалдырыу башҡа һыймаҫлыҡ эш.

Хөкүмәткә проблемаларҙы хәл итеүҙең «сығымлы» принцибынан баш тартырға кәрәк. Беҙ күнеккәнбеҙ: проблема бар икән, иң мөһиме – уны хәл итеүгә тотонорға мөмкин булған аҡса күләме. Фекер алышыу һандарҙан башлана. Ләкин иң мөһиме һан түгел бит. Ғәмәлдәге идара итеү механизмдарының аҡсаны ниндәй кимәлдә һөҙөмтәле файҙаланыуҙы тәьмин итә алыуы мөһим. Ҡулай булмаған көйләү шарттарында проблеманы аҡса менән хәл итеү янғынды бензин менән һүндереүгә тиң. Аҡса һалыуҙар күберәк булған һайын маҡсат алыҫлаша. Хәлде идара итеүҙә системалы үҙгәртеүҙәр һөҙөмтәһендә генә үҙгәртә аласаҡбыҙ.

Мәҫәлән, дәүләт заказдары өлкәһендәге һөҙөмтәһеҙ сығымдар проблемаһын тик шундай юл менән генә хәл итеп була. Әлегә тиклем бындай һатып алыуҙарҙың 60 проценттан ашыуы закон боҙоуҙар менән алып барылған. Йыш ҡына һатыулашыу үткәрелмәгән.

Хөкүмәт был институттың эшләү механизмының үҙен үҙгәртте. Бөгөн дәүләт һатып алыуҙары үҙәкләштерелде. Бының өсөн республика дәүләт комитеты булдырылды. Ул республиканың бөтә дәүләт учреждениелары исеменән дәүләт заказын урынлаштыра. Бер нисә ай эсендә бюджет аҡсаһы 20 процент самаһына экономияланды.

Тағы ла бер миҫал. Әлегә тиклем Республика адреслы инвестиция программаһы йыл башында кәмендә 3 – 4 миллиард һум күләмендә ҡабул ителә, һуңынан сумманы арттырыу маҡсатында бер нисә тапҡыр ҡайтанан ҡарала ине. Оҙайлы срокка планлаштырыу ҡоралынан адреслы инвестиция программаһы бюджетты «ямау» ысулына әүерелгәйне.

Хөкүмәт программаның эшләү механизмын үҙгәртте. Быйылғы йылдың Республика адреслы инвестиция программаһына баштан уҡ ҙур аҡса – 11 миллиард һум һалынды. Шулай итеп, идеяға тәүге асылы ҡайтарылды: программа ресурстары йылдам ҡарарҙар нигеҙендә түгел, ә оҙайлы сроклы пландарға ярашлы тотоноласаҡ.

Планлаштырыу иҡтисади сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙың төп механизмына әүерелергә тейеш. Идара итеү ҡарарҙары оҙайлы сроклы планға нигеҙләнгәндә, улар хис-тойғоһоҙ, объектив һәм, әлбиттә, һөҙөмтәлерәк була, сөнки пландар асыҡ һәм төрлө яҡлап анализлана, һәр ваҡыт һуңғы һөҙөмтәгә йүнәлтелә.

Бындай ҡараш, әйткәндәй, коррупцияға ҡаршы тағы бер етди һөжүм, ул «мәнфәғәткә яуап биргән» ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеген һиҙелерлек ҡатмарлаштыра.

Мөһим мәлде билдәләп үтергә кәрәк. Теләһә ниндәй планлаштырыу эше планды үтәү һөҙөмтәлелегенә баһаны күҙ уңында тота. Баһа объектив, аныҡ формалаштырылған булырға, аңлайышлы күрһәткестәргә нигеҙләнергә тейеш. Республикала һәр министрлыҡ һәм ведомство өсөн һөҙөмтәлелектең төп күрһәткестәре йәки министрлыҡтар эшенең маҡсатлы күрһәткесе эшләнгән. Шуның арҡаһында дөйөм Хөкүмәттең эш һөҙөмтәһе артыр, ә пландар тормошҡа ашырылыр, тип ышанам.

Коллегалар.

Иҡтисадҡа идара итеүҙең республика механизмының модернизациялауға мохтаж булыуы асыҡ. Айырыуса инвестор өсөн тәртип ҡағиҙәләрен билдәләгән өлөштә.

Бөгөн Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлеген 26 норматив акт көйләй. Был документтар төрлө ваҡытта барлыҡҡа килгән, төрлө маҡсатты күҙ уңында тота һәм уларға күптән үҙгәрештәр индерелмәгән. Йыш ҡына улар бер-береһе менән көйлө түгел һәм бер-береһенә ҡаршы килә. Бындай буталсыҡлыҡ коррупция өсөн уңайлы, тап шуның өсөн инвесторҙарҙың күпселеге өсөн ҡулай түгел.

Республика Хөкүмәте был механизмдарҙы тәртипкә һалырға, ябайлаштырырға ҡарар итте. 26 закон бишәүгә алыштырыласаҡ. Дәүләт нормаларынан аныҡ һәм аңлайышлы структура булдырыласаҡ.

Былтыр йыл аҙағында ошо закондарҙың береһе – «Капитал һалыуҙар рәүешендәге инвестиция эшмәкәрлеге тураһында»ғыһы ҡабул ителде. Был закон – тәүгеһе, тиҙҙән ҡалғандары ла сығасаҡ. «Льготалар тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы проектын күҙ уңында тотам. Ул кемдең ниндәй льготаларға иҫәп тота алыуын аңлайышлы билдәләйәсәк. Артабан – «Дәүләт-шәхси партнерлығы тураһында» Законы проекты.

Хөрмәтле депутаттар корпусы, ошо башланғыстарға етди ҡарауығыҙҙы һорайым. Был закондар Башҡортостанда инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн үтә лә мөһим.

Инвесторҙарға дәүләт структуралары менән үҙ-ара эш итеүҙе еңелләштереү өсөн республикала «Үҫеш корпорацияһы» ойошторолдо. Башҡа төбәктәр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, был – бизнесмендарҙың тормошон һиҙелерлек еңеләйтергә һәләтле ысул.

Был мәсьәләләргә айырыуса ҙур иғтибар бүләм, сөнки инвестициялар өсөн илдә, ғөмүмән, донъяла, көсөргәнешле киҫкен көрәш бара. Конкуренттар хаталарҙы ғәфү итмәй. Әгәр беҙ шарттар тыуҙырмаһаҡ, шарттарҙы башҡа урындарҙа булдырасаҡтар. Килем үҙәктәре ул саҡта Башҡортостандан ситтә буласаҡ. Беҙҙең бурыс – Хөкүмәттең, депутаттарҙың, бизнестың бурысы – яңы производстволарҙың, эре сәнәғәт кластерҙарының нәҡ беҙҙең республикала барлыҡҡа килеүенә өлгәшеү. Бының өсөн мөмкин тиклем уңайлы инвестиция мөхите кәрәк. Инвесторҙар беҙгә ышаныс белдергәндә генә беҙ республика иҡтисадын ҡайтанан индустриализациялауға, юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урындары булдырыуға һәм бюджет килеме үҫешенә иҫәп тота алабыҙ.

Беҙҙең иҡтисадтың ҡеүәте ғәйәт ҙур. Әйтеүемсә, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса сит ил инвестициялары күләменең артыуы билдәләнгән. Ул, һис шикһеҙ, дауам итәсәк. Республикаға эре инвесторҙар мотлаҡ киләсәк. Киләһе бер нисә йылға тәүге һөйләшеп килешеүҙәр үткәрелгән инвестициялар пакетын тиҫтәләрсә миллиард һумдар менән баһаларға мөмкин.

Былар эре сәнәғәт корпорацияларына ҡағыла. Ләкин иҡтисади уңыштың һиҙелерлек өлөшө бәләкәй бизнесҡа ла бәйле. Уны үҫтереүгә лә өҫтөнлөк бирелә. Ошо темаға буш боғаҙланыуҙан туҡтап, уға булышлыҡ итеү буйынса ысынлап эшләргә һәләтле механизм булдырырға ваҡыт, тип иҫәпләйем.

Был йүнәлештә эш алып барыла ла инде. Уның маҡсаты – бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү өсөн дәүләт аҡсаһын бүлеү системаһын үҙгәртеү. Әле уны эшләгән кеше түгел, ә дәүләт ярҙамын алыуҙы «һөнәренә» әйләндергәндәр ала. «Ялған бизнесмендарға» ярҙам итеү – һалым түләүсенең аҡсаһын һис бер һөҙөмтәһеҙ тотоноу ул.  Ярҙамды былай итеп ойошторғансы бөтөнләй ярҙам итмәү яҡшыраҡ.

Эшҡыуарҙар берекмәһе тупланып, ошо хәлде үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр индерер, тип уйлайым. Әлегә эшҡыуарҙарҙың һәр береһе үҙ аллы эшләй һәм инициатива күрһәтмәй. Улар һәр береһе үҙ йүнен үҙе күреү стратегияһын һайлаған һәм төрлө ассоциацияларҙа ағза булыуҙы формаллек тип ҡарай.

Бизнес коллектив эш итеү стратегияһына күсмәһә, хәлде тотош үҙгәртергә тырышмаһа, нимәнеңдер яҡшы яҡҡа үҙгәреүе икеле.

Бизнес, айырыуса бәләкәй бизнес, төпкөл ауылдарҙа ҙур ҡыйынлыҡтарға осрай.

Муниципаль власть әлегә бик һирәк уға ярҙам итергә кәрәк булған союздаш сифатында ҡарай. Был дөрөҫ түгел. Сөнки ниндәйҙер муниципалитетта бизнес булмаһа, ул һалым түләмәһә һәм эш урындары булдырмаһа, район йәки ҡаланың фәҡирлектә ҡаласағы көн кеүек асыҡ бит.

Минең күрһәтмәгә ярашлы, муниципаль берәмектәр башлыҡтары әле үҙ бюджеттарының республика бюджетына бәйлелеген кәметеү механизмдарын эшләй. Улар быны үҙҙәре генә эшләй алмай. Бизнес улар өсөн – берҙән-бер һәм ышаныслы төп союздаш.

Республикала физик шәхестәр килемдәренә һалымды, алынған килемгә берҙәм һалымды, берҙәм ауыл хужалығы һалымын һәм патент рәүешендәге килемдәрҙе муниципалитеттар файҙаһына ҡайтанан бүлеү процесы башланды. Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте ябайлаштырылған система буйынса түләтелә торған һалымды урындағы кимәлгә тапшырыу мәсьәләһе өҫтөндә эшләй.

Муниципаль бюджеттарҙы тулыландырыу сығанағы бына ҡайҙа. Муниципалитеттарҙың үҙҙәрендә, ә республика бюджетында түгел. Урындағы власть эшҡыуарҙарға аяҡҡа баҫырға ярҙам итергә тейеш һәм һөҙөмтәлә бюджеттар һалым түләүҙәре рәүешендә өҫтәмә килем аласаҡ.

Бәләкәй бизнестан алынған һалымдарҙың ҙур өлөшөн урындағы бюджеттарҙа ҡалдырыу өҫтөндә эште артабан да дауам итәсәкбеҙ.

Күреүегеҙсә, республика Хөкүмәте эшҡыуарлыҡ берләшмәһе хоҡуҡтарын яҡлауға бик ҙур иғтибар бирә. Әммә, билдәле булыуынса, хоҡуҡтарға бурыстар ҙа теркәлә. Улар хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп үтергә теләйем.

Республика иҡтисадында эш хаҡы кимәленең бик түбән булыуы хаҡында үрҙә телгә алғайным инде. Эш биреүсе, баҙарҙағы хәлдән сығып, хеҙмәткәргә күпме түләүҙе хәл итә. Формаль күҙлектән, ул хаҡлы. Әммә эштең формаль яғынан тыш тарихи традициялар ҙа бар бит әле. Тиңлеккә, ғәҙеллеккә ынтылыу йәмғиәтебеҙҙәге йолаларҙың береһе булып тора. Предприятиелар етәкселеге менән ябай хеҙмәткәрҙәрҙең килемдәре араһында даими арта барған һәм Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән артып киткән айырма, әлбиттә, граждандарыбыҙҙың йәненә тейә.

Минеңсә, мөмкинлеге булған һәр эшҡыуар, эреме ул, бәләкәйме, башҡаларҙы көтөп тормайынса, үҙенең хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға тейеш. Бындай ғәмәлдәрҙән оҙайлы файҙа мотлаҡ буласаҡ. Граждандарҙың күпселеген ғәмәлдәге хәл ҡәнәғәтләндергән йәмғиәттә генә социаль тотороҡлолоҡ була. Аҙ эш хаҡы алған кешеләр ҡәнәғәт була алмай. Бындай хәлдә тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу ҙа бик ҡыйын.

Бизнес-берләшмә йыш ҡына бюрократия баҫымына зарлана. Йәмғиәттең бизнесҡа ыңғай мөнәсәбәте бындай баҫымдан иң яҡшы яҡлау сараһы була ала, тип ышанам, сөнки ул саҡта бөтә йәмәғәт көстәре – партиялар ҙа, профсоюздар ҙа, киң мәғлүмәт саралары ла – бизнес яғында буласаҡ.

Һәр тармаҡта ла иртәгәнән башлап эш хаҡын арттырып булмаясағы аңлашыла. Беҙҙә байтаҡ предприятиелар рентабеллелек сигендә эшләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эш хаҡын арттырыу буйынса эште көсәйтергә кәрәк.

Коллегалар.

Республикаға оҙайлы тотороҡло үҫеш перспективаларын гарантиялау өсөн хәл итергә кәрәкле иң мөһим проблемаларҙың береһе – ул ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеген арттырыу. Аҙыҡ-түлеккә донъя хаҡтары даими үҫә. Был мәсьәләлә тышҡы баҙарҙарға бойондороҡлолоҡ конкуренцияға һәләтебеҙҙе етди сикләй. Бынан тыш, Башҡортостан халҡының 40 проценты самаһы ауылда йәшәүен дә онотмайыҡ.

Был йәһәттән алда комплекслы эш тора. Әлегә тәү сираттағы проблемалар һәм аҙымдар хаҡында әйтеп үтәм.

Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларындағы төп фондтарҙың ни бары 10-15 проценты ғына тейешенсә теркәлгән һәм милек итеп рәсмиләштерелгән. Ошо 10-15 процент ҡына баҙар әйләнешенә индерелгән. Ҡалған 85 процент йәлеп ителмәгән.

Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ауыл хужалығы предприятиеларына аҡса һалырға әҙер булған инвесторҙар байтаҡ. Һуңғы ярты йылда улар менән бик күп һөйләшеүҙәр үткәрелде. Эште башлау өсөн объекттарға милек хоҡуғын тейешенсә рәсмиләштерергә кәрәк. Муниципалитеттарға һәм республика Хөкүмәтенә ошо эште әүҙемләштереү зарур.

Артабан. Билдәле булыуынса, ауыл хужалығы продукцияһының ҙур өлөшөн ауыл халҡы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында етештерә. Ошондай ваҡ ауыл хужалығы етештереүселәрен берләштереүсе структуралар юҡ тиерлек йәки бик аҙ. Ошо йүнәлештә эште башларға кәрәк. Муниципалитеттар ошондай предприятиеларҙы ойошторорға йәиһә ауыл халҡынан артып ҡалған аҙыҡ-түлекте һатып алып, уларҙы эшкәртеүселәргә тапшырасаҡ предприятиелар асыуға булышлыҡ итергә тейеш.

Бынан барыһы ла отош ала. Крәҫтиәндәр «тере» аҡса эшләйәсәк, муниципалитеттар – табышлы предприятиеларға, эшкәртеүселәр һөт, ит, йәшелсә, йомортҡаны гарантиялы поставкалауға эйә буласаҡ. Республикала дөйөм алғанда ауыл хужалығы етештереүе үҫәсәк.

Ошо йүнәлештә эшләгәндә беҙгә ҡулланыусылар кооперацияһы, дөрөҫөрәге, уның ҡалдығы менән бәйле хәлгә төшөнөргә кәрәк. Был йәһәттән дә  алда ярайһы уҡ күләмле эш тора.

Хөрмәтле коллегалар.

Властың, республика Хөкүмәтенең оҙайлы бурыстарының береһе – демографик үҫеште тәьмин итеү. Был йәһәттән тәүге уңыштар бар: сабыйҙар һаны икенсе йыл рәттән вафат булғандар һанынан юғарыраҡ. Тик әлегә күрелгән саралар менән генә проблеманы системалы хәл итеп булмаҫ, тип хәүефләнәм.

Был өлкәлә торлаҡ төҙөлөшөндәге хәл – «иң нескә урын». Хәтерегеҙгә төшөрәйем: Башҡортостан кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ил төбәктәре араһында 56-сы урынды биләй. Шуныһы асыҡ: кешеләргә йәшәргә урын юҡ икән, республиканың тыуым күрһәткестәрен тамырынан үҙгәртеүгә өлгәшеүе лә икеле.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөлөш тармағындағы әлеге хәл ҡыуандырмай. 2010 йыл йомғаҡтары буйынса торлаҡ төҙөлөшө күләмдәренең кәмеүе 15 процент самаһы тәшкил иткән. Тәү сиратта был ер участкаларына бәйле хәл арҡаһында. Уларҙы төҙөүселәргә тапшырыу туҡталды тиерлек. Республикала ер етерлек, төҙөлөш ойошмаларын – эшһеҙ, ә кешеләрҙе торлаҡһыҙ ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ. Проблеманы кисектермәҫтән хәл итергә кәрәк. Хөкүмәт ер ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр эшләне. Улар эконом-класлы торлаҡ төҙөүгә участкалар бүлгәндә етди льготаларҙы күҙ уңында тота. Ошо закон проекты буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға бер нисә тәҡдим һәм төҙәтмә индерелеүен беләм. Депутаттарҙан уларҙы тикшереүҙе һорайым. Яҡын арала механизм булдырырға кәрәк. Уға ярашлы ысынлап та күмәк төҙөлөш алып барырға һәләтле ойошмалар, ниһайәт, ергә эйә буласаҡ.

Хәл итергә кәрәкле тағы ла ике принципиаль мәсьәлә бар.

Тәүгеһе – ул төҙөлөш участкаларын инфраструктура менән тәьмин итеү. Минеңсә, эконом-класлы торлаҡ төҙөгәндә был нигеҙҙә дәүләт иҫәбенә эшләнергә тейеш. Был сығымдарҙы тулыһынса төҙөүселәр иңенә һалырға ярамай, сөнки, ахыр сиктә, был һатып алыусылар кеҫәһенә һуға.

Икенсе бурыс – социаль ипотеканы үҫтереү. Быйыл бюджетҡа 450 миллион һум аҡса һалынды. Улар кредиттарҙың процент ставкаһы өлөшөн субсидиялауға бүленәсәк. Был ипотеканы граждандарыбыҙ өсөн уңайлыраҡ итергә тейеш.

Хөрмәтле коллегалар.

Йәмғиәттең ғәҙеллек дәрәжәһе аҙ яҡланған граждандарына мөнәсәбәте менән билдәләнә. Балаларға, пенсионерҙарға, инвалидтарға. Уларҙың тормошон еңеләйтеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү – Хөкүмәттең мөһим бурысы. Киләһе биш йылда балалар баҡсалары төҙөүгә 9 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Быйылдан башлап баланы уллыҡҡа алған ғаиләләргә «әсәлек капиталы»на тиң күләмдә аҡса түләнәсәк. Бөгөн ул 365 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Аҙ аҡса түгел. Киләһе бер нисә йылда етем балаларға торлаҡ биреү проблемаһын хәл итергә тырышасаҡбыҙ. Әлегә был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙар һәм етешһеҙлектәр бик күп. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа етемдәрҙе фатирҙарға сиратҡа ҡуймайҙар, улар урынына «үҙ кешеләрен» урынлаштыралар. Бындай хәл менән килешергә ярамай.

Бынан тыш, Хөкүмәт тарафынан етем балаларға интернаттан һуң булышлыҡ итеү программаһы раҫланды. Уларҙы уҡыуҙы тамамлағас та проблемалары менән яңғыҙ ҡалдырырға ярамай.

Пенсионерҙарҙың тормошон яҡшыртыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарыу бурысы тора. Лайыҡлы ялға сыҡҡас, улар йыш ҡына онотолған һәм кәрәге ҡалмаған кешеләргә әүерелә. Киләһе ике йылда республика буйынса оло йәштәгеләр өсөн халыҡ университеты филиалдары асыласаҡ. Уларҙың эше 70-кә яҡын мәғариф учреждениеһы базаһында тормошҡа ашырыласаҡ. 2011 йылда социаль туризм программаһын тормошҡа ашырыуға 40 миллион һум самаһы аҡса бүленәсәк. Бынан тыш, мин республика ҡалаларының Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының «Ҡартлыҡ шатлыҡ булған ҡала» тип аталған программаһына ҡушылыуын ойошторорға күрһәтмә бирҙем. Ололар өсөн уңайлы ҡала мөхите булдырыу эшендә иң яҡшы донъя эшләнмәләрен һәм стандарттарын ҡулланырға кәрәк. Республика Рәсәйҙә ошо проектҡа ҡушыласаҡ тәүге төбәк буласаҡ.

Маҡсатҡа ярашлы эш алып барыу зарурлығы булған граждандарҙың тағы бер категорияһы – инвалидтар. Бөгөн хәҙерге ҡала йәки ауыл уларҙы үҙ итмәй. Инвалидтарға уңайлы булһын өсөн йыһазландырылған бинаны йәки транспорт сараһын ҡасан һәм ҡайҙа һуңғы тапҡыр күреүегеҙҙе хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле. Моғайын, был сит илгә командировка ваҡытында булғандыр. Ошо хәлде яҡшыртыу өсөн «Асыҡ мөхит» айырым маҡсатлы республика программаһы тормошҡа ашырыла. Республика Хөкүмәте Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы базаһында инвалидтар өсөн социаль интеграцияның инновацион университет үҙәген ойоштороу буйынса проектты ла әүҙем үҫтерәсәк.

Хөрмәтле коллегалар.

Хөрмәтле депутаттар.

Әлеге йыл республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде. Үрҙә әйткән бурыстарҙың барыһы ла ошо тема юҫығында ҡаралырға тейеш. Тәү ҡарашҡа улар иҡтисади мәсьәләләр иҫәбенә инеп, милләт-ара мөнәсәбәттәр проблематикаһына ҡағылмаһа ла.

Асылда иһә улар бик тығыҙ бәйләнгән. Кешеләр үҙҙәренең төп ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алмаһа: яҡшы эш хаҡы, фатир  булмаһа, баланы балалар баҡсаһына урынлаштыра, отпускыға ҡайҙалыр бара алмаһа, уларҙа, әлбиттә, ғәҙелһеҙлек тойғоһо тыуа. Был тойғоноң намыҫһыҙ политикандар тарафынан еңел генә милләтселеккә һәм дошмансыллыҡҡа әүерелдерелеүе ихтимал.  Уҙған йыл аҙағында Мәскәүҙә барыбыҙ ҙа бының нимәгә килтерә алыуын күрҙек.

Шуға күрә беҙ халҡыбыҙҙа, граждандарыбыҙҙа ғәҙелһеҙлек тойғоһо барлыҡҡа килмәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ.

Ҡабатлап әйтәм: был йәһәттән иң мөһиме – йәмғиәттең власҡа ышанысын тергеҙеү. Арабыҙҙа дөрөҫ, кешесә мөнәсәбәттәр булдырылһа, беҙ барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итә аласаҡбыҙ. Сөнки уларҙы хәл итеү өҫтөндә беҙ бергәләп эшләйәсәкбеҙ.

Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосында төп герой былай ти: «Күпме йәшәйбеҙ, һәр саҡ көслө көсһөҙҙө ашай. Ошо яуыз йоланы юҡ итәйек».

Был – осраҡлы һүҙҙәр түгел, был – тарихи һүҙҙәр. Ғәҙел йәшәргә ынтылыу – граждандарыбыҙҙың ысын ынтылышы ул. Ошо хаҡта онотмаһаҡ, бөтә ниәттәребеҙ тормошҡа ашыр.

Ҙур рәхмәт! »