7 декабрь, Шаршамбы

16 март 2011 йыл, 10:30

Йылайыр районы хакимиәте башлығы итеп Илгиз Фәтҡуллин тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

2011 йылдың 15 мартында Йылайыр районы муниципаль район Советының ултырышы үтте, унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсәләһе ҡаралды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Илгиз Фәтҡуллин тәғәйенләнде.

Беҙҙең белешмә. Фәтҡуллин Илгиз Лирман улы 1976 йылдың 24 майында Учалы районының Ҡайыпҡол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын һәм Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһын тамамлай. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.  

1992-1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый.

1997-2000 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт аграр университетының тупраҡты өйрәнеү кафедраһы аспиранты.

2000-2001 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт аграр университетының ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары.

2001-2006 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Аппараты агросәнәғәт сәйәсәте һәм ер төҙөлөшө бүлегенең баш белгесе. 2006 йылдан алып әлегә тиклем – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралығы контроль бүлегенең баш белгесе, территориялар менән эшләү һәм дәүләт наградалары буйынса идаралыҡтың территориялар менән эшләү бүлеге советнигы.