3 декабрь, Шәмбе

16 март 2011 йыл, 10:19

Россельхозбанк яҙғы баҫыу эштәрен финанслауҙы арттыра

автор: Ғәлиә Нәбиева

Февралдә Россельхозбанк яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә аграрийҙарҙы 12,8 млрд һум күләмендә финанслаған. Уҙған йылдың феврале менән сағыштырғанда финаслау күләме 13 проценттан, йәғни 1,5 млрд һумдан ашып киткән.

Йыл башынан алып сәсеү кампанияһын үткәреүгә банк йәмғеһе 18 млрд һумға яҡын кредиттар биргән.  

Миҙгелле баҫыу эштәрен финанслау банк эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Был кредит учреждениеһы миҙгелле баҫыу эштәрен үткәреүгә процент ставкаларын кәметте һәм кредиттар биреү шарттарын ярайһы уҡ ябайлаштырҙы. Закладҡа һалыу буйынса бер нисә сикләү бөтөрөлгән һәм кредит алыусылар исемлеге лә киңәйтелгән.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә бирелеүсе кредиттар буйынса процент ставкаһы, кредиттың нисә йылға бирелеүенә ҡарап, йылына 7,75 проценттан 10 процентҡа тиклем тәшкил итә.

Россельхозбанкта сәсеү кампанияһына әҙерләнеүсе аныҡ заемсыларҙың, шул иҫәптән 2009-2010 йылдарҙағы ҡоролоҡтан зыян күреүселәрҙең  мөрәжәғәттәрен тиҙ арала ҡарау өсөн яҙғы баҫыу эштәрен финанслауҙы ойоштороу буйынса штабтар булдырылған.