Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Һауа шарттарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде

Йәмғиәт

Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә ғәҙәттән тыш һауа шарттары көтөлә. Бөгөн, 16 мартта, синоптиктар епшек ҡар яуыуын, боҙлауыҡ булыуын, ҡарҙың сымдарға һырыуын күҙаллай. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫәсәк, ваҡыты менән секундына 15-20 метрға етәсәк. Республиканың көньяғында яуым-төшөмдөң аҙыраҡ булыуы көтөлә. Төнөн температура -3,-8, көндөҙ +2,+3.

17-18 мартта аяҙлы-болотло көндәр көтөлә. Урыны менән епшек ҡар яуасаҡ, боҙлауыҡ буласаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫәсәк. Төнән -3,-8, аяҙытҡанда -10, -15-кә тиклем һалҡын буласаҡ. Көндөҙ +2,+3.

Киҫкен ел иҫеүе, епшек ҡар һырыуы арҡаһында электр үткәргестәр һәм элемтә линияларының өҙөлөүө, насар нығытылған ҡоролмаларҙың емерелеүе, шул иҫәптән реклама плакаттары эленгән бағаналарҙың, ағастарҙың тротуарға һәм автотранспортҡа ҡолауы ихтимал. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, һырынты һалыуы, күреү мөмкинлеге насарланыуы арҡаһында юл-транспорт һәләкәттәре ихтималлығы ла арта.  

— Мәғлүмәт министрлыҡ, ведомстволар етәкселәренә, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына, янғын һүндереү гарнизондары начальниктарына еткерелде, — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан. — Кешеләргә ғәҙәттән тыш һауа шарттарында эшләргә әҙер булырға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть