8 декабрь, Кесе йома

16 март 2011 йыл, 9:05

Өфөлә грипп һәм киҫкен вируслы инфекция менән ауырыу кимәле эпидемия сигенән түбән

автор: Әлфиә Әһлиуллина

7-һенән 13 мартҡа тиклемге осорҙа Өфөлә грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән алты мең самаһы кеше ауырыған, был эпидемия сигенән 26,7 процентҡа түбәнерәк. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда был һан 17,8 процентҡа түбән. 11 марттан алып ҡалала грипп таралыуын иҫкәртеү буйынса бөтөн саралар, шул иҫәптән карантин да туҡтатылған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идарағынан.

Үткән аҙнала республика буйынса грипп һәм киҫкен вируслы инфекция менән ауырыған 19 меңгә яҡын кеше теркәлгән, шуларҙың өстән бере – 14 йәшкә тиклемге балалар. Сирләү осрағы бер аҙнала 22,6 процентҡа кәмегән.

Лаборатор мониторингынан асыҡланыуынса, Башҡортостанда элеккесә гриптың миҙгел вирустары өҫтөнлөк итә.