4 декабрь, Йәкшәмбе

15 март 2011 йыл, 16:56

Шишмә районында 1133 сабый балалар баҡсаһына сират көтә

автор: Ольга Мортазина

Шишмә районы прокурорҙары мәғариф тураһындағы закондар үтәлешен тикшереп, балаларҙың мәктәпкәсә белем алыуға хоҡуҡтарының тулы кимәлдә ғәмәлгә ашырылмауын асыҡланы.

Район биләмәһендә алты йәшкә тиклемге 4121 бала йәшәй. Шишмә районында 21 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләп килә. Лицензия буйынса улар 1283 балаға иҫәпләнгән. 2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 1133 бала сиратта торған. Йәнә сиратҡа ҡуйылмаған 1705 сабый булған.

— Был балалар баҡсаларының етешмәүе хаҡында һөйләй, улар кәм тигәндә өс тапҡырға күберәк булырға тейеш,— тип хәбәр иттеләр Шишмә районы прокуратураһынан. — Хакимиәт башлығы адресына асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса күрһәтмәләр бирелгән, ул әле тикшерелә.