3 декабрь, Шәмбе

15 март 2011 йыл, 15:55

Башҡортостан халҡы коммуналь хеҙмәттәр өсөн 910 мең һумдан ашыу артыҡ түләгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йыл башынан алып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт торлаҡ инспекцияһына торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙең дөрөҫлөгөн асыҡлау буйынса 145 мөрәжәғәт килгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда был йүнәлеш буйынса мөрәжәғәттәр 201 процентҡа артҡан.  

«Башинформ» агентлығына БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 43 осраҡта граждандар мөрәжәғәттәре прокуратура органдары аша килгән. Торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең нигеҙһеҙ арттырылыуын асыҡлау һөҙөмтәһендә республика халҡына 910 мең һумдан ашыу хаҡһыҙ иҫәпләнгән сумма кире ҡайтарып бирелгән.