5 декабрь, Дүшәмбе

15 март 2011 йыл, 14:14

Йәш эшҡыуарҙар Мәскәүгә конференцияға йыйына

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың йәш эшҡыуарҙары делегацияһы 23 мартта Мәскәүҙә Рәсәй Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһының йыл һайын үткәрелеүсе 4-се конференцияһында ҡатнашасаҡ. Башҡортостан делегацияһын Рәсәй Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһының БР буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе Илдар Сөйөшев етәкләй.

Конференция «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» һәм Рәсәй Юристар ассоциацияһы ярҙамында «Бергәләп йәш бизнесҡа шарттар тыуҙырыу өсөн» девизы аҫтында үтәсәк. Модераторы булып «Берҙәм Рәсәй» партияһының бизнес-берләшмә менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса координаторы, Дәүләт Думаһының Граждандар, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль закондар буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Владимир Груздев сығыш яһаясаҡ.

Конференцияла Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы менән «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ойошмаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтәсәк. Шулай уҡ «Йәштәрҙең бәләкәй бизнесына тиҙ юридик ярҙам» проекты тикшереләсәк. Йәнә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса яңы дәүләт-шәхси хеҙмәттәшлек инструменттары» темаһы тикшереүгә сығарылырға тейеш. «Кавказ: үҫеш территорияһы» проекты презентацияһы ла планлаштырыла.