9 декабрь, Йома

15 март 2011 йыл, 13:30

БР Президенты республиканы интенсив юл менән үҫтерергә тәҡдим итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан экстенсив үҫеш потенциалын тулыһынса тиерлек файҙаланып бөттө, тип иҫәпләй республика Президенты Рөстәм Хәмитов. Бындай хәлдә төбәк хөкүмәтенә булған хужалығында тәртип урынлаштырырға һәм яңы – интенсив – үҫеш моделен булдырырға кәрәк.

— Төп бурыстарҙың береһе бөгөн – булған ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыуҙы арттырыу, — тине Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәт менән сығыш яһап. — Беҙ һаҡсылыраҡ хужалар булырға тейешбеҙ. Күптән түгел Рәсәй Иҫәп палатаһы уҙған ике йылдағы республика бюджеты үтәлешен тикшереүҙе тамамланы. Асыҡланған закон боҙоуҙар күләме 20 млрд һумдан ашып китте. Шуны ғына иҫкә төшөрәм, беҙҙең йыллыҡ бюджетыбыҙ – 100 млрд һумдан аҙ ғына күберәк.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, иҡтисадтың һөҙөмтәлелеген күтәреү проблемаһын бер нисә чиновникты эшенән бушатып ҡына хәл итеп булмай. Башҡортостан хужа булған ресурстарҙың ҙур өлөшө хужалыҡ әйләнешендә бөтөнләй ҡатнашмай. Ерҙәрҙең яртыһынан ашыуы әлегә тиклем милек итеп теркәлмәгән.

— Ер кемдеке икәне аңлашылмай, — тине Рөстәм Хәмитов, – федерацияныҡымы, республика йәки муниципалитеттыҡымы. Тәбиғи, әгәр ер рәсми рәүештә теркәлмәгән икән, рәсми иҡтисадта ла ул файҙаланылмай.

Төбәктә урманға бәйле хәлдәр ҙә ошоға оҡшаш. Рәсми иҡтисади тормошта урман сәнәғәте юҡ һымаҡ. Ысынбарлыҡта иһә ҙур масштабта һәм бик йыш контролһеҙ урман ҡырҡыла. Был тармаҡтан ғәйәт ҙур аҡса әйләнеше күләгәлә ҡала.

Республикала дәүләт мөлкәте реестрына индерелеүсе мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөнә бәйле проблемалар ҙа бар.

— Күптән түгел беҙ был хәлдәрҙе Ер һәм мөлкәт министрлығы коллегияһында тикшерҙек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ысынбарлыҡтағы хаҡы алты млрд һумға еткән объекттар теркәлгәндә 60 миллионға баһалана. Янсығында күпме аҡса ятҡанын тикшергәндә, кем булһа ла үҙенә 100 тапҡырға яңылышырға ирек бирәме? Ә дәүләт активтары менән ниңә бындай хәлгә юл ҡуйыла һуң?

Башҡортостанда күпселек дәүләт унитар предприятиеларына бәйле хәлдәр ҙә ҡатмарлы тора. Улар йыш ҡына үҙҙәренең етәкселәрен байыта һәм милексеһе – дәүләткә һиҙелерлек табыш килтермәй.

— Һис шикһеҙ, мөлкәтте һәм бюджет средстволарын иҫәпкә алыу, контролдә тотоу һәм һөҙөмтәле файҙаланыуға бәйле проблемалар – бихисап, — тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты. — Дәүләт менән идара итеүҙе бындай хәлдә ябай аҡса таратыуға ғына ҡайтарып ҡалдырыу – юғары сиктәге аҡылһыҙлыҡ.