9 декабрь, Йома

15 март 2011 йыл, 12:02

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикалағы сәйәси хәлдәргә баһа бирҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Шишәмбе көндө БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикалағы хәлдәргә сәйәси баһа бирҙе.

— Власть алмашыныуы, айырыуса Рәсәйҙә, һәр ваҡыт етди һынау ул, — тине Рөстәм Хәмитов. – Һәм мин бөгөн үҙемдең Дәүләт Йыйылышына беренсе Мөрәжәғәтемдә, Башҡортостандың сәйәси системаһы был һынау аша үтте, тип билдәләүемә шатмын. Төп власть институттары күсеү дәүерендә тотҡарлыҡһыҙ эшләне һәм бөтә дәүләт структураларының ышаныслы, тотороҡло эшмәкәрлеген тәьмин итте. Мин бының өсөн залда ултырыусы хөкүмәт ағзаларына, депутаттарға, ҡала һәм район башлыҡтарына, шулай уҡ предприятиелар етәкселәренә рәхмәтемде белдергем килә.  

БР Президенты, күсеү осоро «тыныс» булманы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала кулуарҙағы, йәшерен көрәш түгел, әүҙем ижтимағи дискуссия барҙы. Унда ҡыҙыҡһынған бөтөн яҡтар ҙа ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, сәйәсәт тап шундай булырға тейеш – халыҡ өсөн асыҡ, ябай һәм аныҡ.

— Мин ошоно талап итәм, — тине ул, — сөнки беләм: асыҡ дискуссияны шулай тип йөрөтөлгән «бульдогтарҙың келәм аҫтындағы көрәше» алмаштырһа, граждандарға был бер яҡшылыҡ та алып килмәйәсәк. Йәмәғәт контроленән ситтә торған зоналарҙа ғәҙәттә вазифалар менән саманан артыҡ файҙаланыу һәм коррупция сәскә ата.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, уның үҙенең алдына ҡуйған төп маҡсаты – кешеләргә власҡа йоғонто яһарға, уның сәйәсәтен формалаштырыуҙа ҡатнашырға мөмкинлек биреү.

— Республиканың хәл итергә тура киләсәк бурыстары – ябай түгел, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һәм уларҙы хәл итеү өсөн бөтөн ижтимағи көстәрҙе – һәр хәлдә, күпселеген бергә туплау талап ителә. Был бергә тупланыу граждандар хөкүмәткә ышанғанда ғына мөмкин буласаҡ. Беҙгә кешеләрҙе властың ғәҙел эш итеүенә ышандырырға тура киләсәк. Ғәҙеллек – һөҙөмтәлелектең беренсе шарты.