3 декабрь, Шәмбе

15 март 2011 йыл, 11:06

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика парламенты депутаттары алдында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Власҡа ышаныс нығыныуы – уңышлы үҫешкә нигеҙ» Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.

Башҡортостан Президентының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәт итеү практикаһына тиҫтә ярым йыл иҫәпләнә.

Йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәләр төбәк үҫешенең стратегияһын билдәләй, шуға күрә һәр ваҡыт киң ижтимағи резонанс тыуҙыра. Программалы документта Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенең төп һөҙөмтәләре сағылыш таба, республиканың кеше һәм йәмғиәт мәнфәғәттәрендә артабан үҫешеү юлдары билдәләнә.