Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Бөтә Рәсәй форумында агросәнәғәт комплексы үҫешенең үҙенсәлектәре тикшереләсәк

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт аграр университетында 16 — 17 мартта «Агрокомплекс-2011» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолған «Хәҙерге этапта агросәнәғәт комплексы үҫеше үҙенсәлектәре» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, форумда ҡатнашыусылар ауыл хужалығының артабанғы үҫеше буйынса мөһим мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ: климат үҙгәреү шарттарында уңдырышлылыҡты күтәреү, тәбиғәт ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу һәм һаҡлау, ветеринарияның көнүҙәк проблемалары, аҙыҡ-түлек технологияларын камиллаштырыу, малсылыҡ, архитектура, агроинженерия, иҡтисад һәм ауылдарҙы электрлаштырыу мәсьәләләре.

Сарала БР Ауыл хужалығы министрлығы, Рәсәй, Башҡортостан, Татарстан фәндәр академиялары вәкилдәре, алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть