5 декабрь, Дүшәмбе

15 март 2011 йыл, 10:19

Өфөлә Икенсе Фәхретдинов уҡыуҙары үткәрелә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөлә «Мосолман мәғарифының һәм мәҙәниәтенең инновацион ресурстары» икенсе Фәхретдинов уҡыуҙарына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына ултырышта ҡатнашҡан Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры Илдар Малахов.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Фәхретдинов уҡыуҙары үтәсәк датаны билдәләне – 2011 йылдың 5 апреле. Үткәреү урыны – Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залы. Пленар ултырыштан һуң сарала ҡатнашыусылар секциялар буйлап тараласаҡ, улар М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге һәм М.Солтанова исемендәге Ислам колледжы биналарында үтәсәк.  

Икенсе Фәхретдинов уҡыуҙарын ойоштороусылар БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт – конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса совет,  Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты, БДПУ, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты һәм Нижегородка өлкәһе мосолмандары Диниә назараты сығыш яһай.

Беренсе Фәхретдинов уҡыуҙары 2009 йылдың апрелендә үткәйне.