6 декабрь, Шишәмбе

15 март 2011 йыл, 10:04

Балыҡсыларҙы Октябрьскийҙа «Ҡыҙыу боҙ» көтә

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Алдағы шәмбелә, 19 мартта, Октябрьский ҡалаһында тәүге тапҡыр «Ҡыҙыу боҙ-2011» боҙ аҫтынан балыҡ тотоу фестивале үтәсәк. Уны үткәреүселәр булып ҡала округы хакимиәтенең спорт комитеты һәм Октябрьскийҙың һунарсылар һәм балыҡсылар йәмиәте ярҙамында күптән түгел ойошторолған «Oktfish» балыҡсылар клубы сығыш яһаны. Был сарала теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, ярыштар бер нисә номинация буйынса ике этапта үтәсәк, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите.

темалар: ял