Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала студенттарҙың төҙөлөш отрядтары тергеҙеләсәк

Йәмғиәт

Башҡортостанда Советтар союзы заманында киң таралыу алған йәштәр төҙөлөш отрядтары барлыҡҡа киләсәк. Был традицияны тергеҙеү менән «Берҙәм Рәсәй» шөғөлләнә.

Дүшәмбе көндө Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтовтың хәбәр итеүенсә,  беренсе төҙөлөш отряды ошо йәй үк эшләй башлаясаҡ. Студенттарға М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы бассейнды төҙөргә тура киләсәк.  

Рөстәм Ишмөхәмәтовтың әйтеүенсә, төҙөлөш отрядына 30 кеше яҙылған да инде. Был күп түгел, әлбиттә, ләкин әлеге мәлдә республика вуздары менән һөйләшеүҙәр алып барыла, һәм йәйгә ҡарай студенттар иҫәбенән бассейн төҙөлөшөндә ҡатнашырға теләүселәрҙең артыуы ихтимал.  

Төҙөлөш отрядында егеттәр айына 12-15 мең эш хаҡына иҫәп тота ала. Рөстәм Ишмөхәмәтовтың билдәләүенсә, төҙөлөш отрядтары ойоштороуҙан тыш, берҙәм рәсәйлеләр йәштәргә ауыл хужалығында, шулай поездарҙа вагон ҡараусы сифатында эшкә урынлашыуға булышлыҡ итергә ниәтләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть