5 декабрь, Дүшәмбе

14 март 2011 йыл, 17:31

Республикала эшһеҙҙәр иҫәбе кәмей

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Дүшәмбе, 14 мартта, аудиоселектор элемтә режимында Рәсәй Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт коллегияһының ведомствоның уҙған йылдағы эш йомғаҡтары һәм ағымдағы йылға бурыстары буйынса киңәйтелгән ултырышы үтте. Башҡортостан Республикаһынан ултырыш эшендә Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Дәүләт халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте идаралығы, хеҙмәт инспекциялары һәм башҡа профилле ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

Теркәлгән эшһеҙ граждандар иҫәбе Башҡортостанда уҙған йыл аҙағында ун процентҡа кәмегән. Мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында 99,4 мең кеше эш тапҡан, был йыллыҡ күрһәткескә ҡарата 112,6 процент тәшкил итә. Эшһеҙлек кимәле туғыҙ процентҡа төшкән,  эш эҙләүселәрҙең эшкә урынлашыу кимәле – 66,8 процент.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2010 йылда республика бюджетына федераль ҡаҙнанан бирелгән 2,2 млрд һум суммаһындағы субвенциялар халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса дәүләт сәйәсәтен тулы кимәлдә ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек биргән. 1260 кеше башлыса эшсе белгеслектәре буйынса һөнәри уҡытыуға йүнәлтелгән. 34 предприятие менән килешеүҙәр төҙөлгән.

Бынан тыш, 3700 белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар стажировка үтеп, уларҙың һәр дүртенсеһе стажировка үткән урынында эшкә ҡала алған.  Бәләкәй бизнес өлкәһендә 3740 яңы эш урыны булдырылған. Төп эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге төрҙәре араһында — малсылыҡ, умартасылыҡ һәм ҡошсолоҡ.      

Быйыл халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү программаһын ғәмәлгә ашырыуға федераль бюджеттан 1,838 млн һум бүленгән. Был 88 меңдән ашыу кешене эшкә урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк.