Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың ивестицион климаты уңайлы тип баһалана

Йәмғиәт

Алдынғы халыҡ-ара һәм милли рейтинг агентлыҡтары Башҡортостандың инвестицион климатын уңайлы тип баһалай, был республикала инвесторҙарҙы йәлеп итерлек шарттар булдырылыуы хаҡында һөйләй, тышҡы һәм эске финанс баҙарҙарында инвестицион ресурстарҙы артабан йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «ЭкспертРА» милли рейтинг агентлығы рейтингы буйынса республика «Капитал һалыуҙа минималь иҡтисади хәүеф» номинацияһында – беренсе, «Инвестицион күркәмлектең юғары кимәле» номинацияһында туғыҙынсы урын биләй.

Халыҡ-ара эксперттар киләһе ыңғай факторҙарҙы билдәләй: төбәктең бурысы аҙ, ликвидлылыҡ күрһәткестәре ныҡ юғары, ҙур бюджет резервтары һәм уйланылған финанс менеджменты, былар барыһы ла финанс көрсөгө шарттарында һалым йыйыуҙың бер аҙ насарланыуына ҡарамаҫтан, финанс күрһәткестәрен сағыштырмаса юғары кимәлдә тоторға мөмкинлек бирә. Иҡтисадты диверсификациялау һәм республика халҡының тормош кимәлен күтәреү республика кредит рейтингыһының үҫеш резервы булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть