11 декабрь, Йәкшәмбе

14 март 2011 йыл, 15:01

«Агрокомплекс-2011»ҙә йорт ҡуяндары һәм ҡоштары күрһәтеләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йола буйынса сәсеү кампанияһы алдынан үткәрелеүсе «Агрокомплекс-2011» күргәҙмәһенә бер агросәнәғәт комплексы белгестәре генә килмәй. Күргәҙмәгә даими рәүештә һәүәҫкәр баҡсасылар ҙа йөрөй. Быйыл улар бар донъяға билдәле етештереүселәрҙең орлоҡтары төрлөлөгөн һәм сифатын баһалай аласаҡ.  

Мәҫәлән, «Бейо Семена» голланд селекцияһындағы йәшелсә культураларының өҫтөнлөгөн күрһәтәсәк. «КВС Рус» (KWS) — орлоҡтар селекцияһы һәм орлоҡ етештереү буйынса донъя күләмендәге алдынғы фирмаларҙың береһе – сөгөлдөр, кукуруз, картуф, иген культураларының ултыртыуға әҙерләнгән материалдарын күргәҙмәгә ҡуясаҡ. Үҙенең продукцияһын шулай уҡ «Щелково Агрохим», «Штрубе Рус», «Химсервис» һәм башҡалар күрһәтәсәк.

Үҫемлектәр өсөн диагностикалау, профилактик һәм дауалау средстволарын әҙерләүҙә махсуслашҡан «Агросил», «Агрохимцентр», «БашИнком» һәм башҡа алдынғы компаниялар ҙа күргәҙмәлә ҡатнашыуға теләк белдерҙе. Малсылыҡ өлкәһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Биопрепараттар, витамин комплекстары, премикстар һәм тағы әллә күпме нәмәне «Биопром-Центр» сауҙа йорто, «Генетика пик», «Биомедхим», «Уралбиовет», «Уралплемцентр», «Мустанг Ингредиентс» компаниялары тәҡдим итәсәк.

«Агроферма» әҙерләгән ауыл хужалығы малдары экспозицияһы күргәҙмәлә һәр ваҡыт халыҡ иғтибарын йәлеп итә. Әлеге күргәҙмәлә йорт ҡуяндары һәм ҡош-ҡорттарының экспозициялары ла планлаштырыла.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «АгроКомплекс» — беҙҙең республикалағы берҙән-бер агросәнәғәт күргәҙмәһе, ә төбәк проекттары араһында иң эре агросәнәғәт форумы. Күргәҙмә шишәмбе, 15 мартта, Спорт һарайында сәғәт 12-лә асыла. Ойоштороусылары булып ғәҙәттәгесә БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы сығыш яһай. Сара Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡанаты аҫтында һәм Рәсәй Агросәнәғәт союзы ярҙамында үтә.  

Күргәҙмә дүрт көн дауам итәсәк.