4 декабрь, Йәкшәмбе

14 март 2011 йыл, 13:08

Өфөлә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн хәйриә концерты үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Кисә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Республика балалар йортонда хәйриә концерты үткәрҙе. Был турала «Башинформ» агентлығына БР мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары Илгиз Абдрахманов хәбәр итте.

Концертта йәш йырсылар Тимур Вәлитов (Зиндан), Радик Юлъяҡшин, Ғайсар Миңлеғолов һәм Илгиз Абдрахманов ҡатнашты. БР мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арсланов балаларға Урал-Волга буйы халыҡтары тотҡан традицион ислам тураһында һөйләне. Музыкаль бүләктән тыш, йырсылар балаларға уйынсыҡтар, музыкаль дискылар бирҙе, «Иң яҡшы йыр» һәм «Иң яҡшы бейеү» конкурстарын ойошторҙо. Концерттан һуң артистар балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән бергәләп сәй эсте.

— Балаларға ныҡ оҡшаны, — тип билдәләне Илгиз Абдрахманов. – Беҙҙән автограф та алдылар, кәңәш һораусылар, дин тураһында һорауҙар биреүселәр ҙә булды.

БР мосолмандары Диниә назараты Йәштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫарының әйтеүенсә, был сара алдынан улар Башҡортостандың бер нисә ҡалаһында концерттар үткәргән. Тамашасыларҙан балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә уйынсыҡтар йыйыу өсөн, унда «шатлыҡ кәрзиндәре» урынлаштырылған.

Етем балалар өсөн хәйриә концерттары республиканың бихисап  райондарында үтәсәк. Шуларҙы береһе Баймаҡ районының Түбә ауылы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн шәмбе, 19 мартта, үткәрелә.