6 декабрь, Шишәмбе

14 март 2011 йыл, 12:22

БР Ауыл хужалығы министрлығы дәүләт ярҙамын алыуға дәғүә итеүселәрҙе һайлай

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында 2011 йылдың беренсе кварталында дәүләт ярҙамына дәғүә итеүсе агросәнәғәт комплексы ойошмаларын һайлап алыу буйынса конкурс үтте. Комиссия ултырышы йомғаҡтары буйынса БР агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы биреү тураһында өс яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республиканың агросәнәғәт комплексы ойошмаларында эшләгән йәки эшләргә теләк белдергән йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелеүсе пособие һәм эш хаҡына айлыҡ өҫтәмәләр түләнә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, юғары һөнәри белемле белгестәр өсөн бер тапҡыр бирелеүсе пособие суммаһы 100 мең һум тәшкил итә, урта һөнәри белемле белгестәргә – 60 мең һум, ай һайын башҡарылған түләүҙәр – 7 һәм 4 мең һум.

Башҡортостан Президенты Указы ғәмәлгә ашырылған ике йыл эсендә генә дәүләт ярҙамын 326 белгес алған, шул иҫәптән юғары белемле 200 һәм урта һөнәри белемле 126 кеше.