3 декабрь, Шәмбе

14 март 2011 йыл, 11:51

Башҡортостан һөтсөләре һөт етештереүселәр съезында ҡатнаша

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дүшәмбе көндө Рәсәй һөт етештереүселәренең Икенсе съезы асыла. Ул Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең 75-се павильонында алдынғы һөт эшкәртеү предприятиелары вәкилдәрен йыясаҡ. Съезд эшендә РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков, РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, Роспотребнадзор башлығы Геннадий Онищенко, Белоруссияның Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығы башлығы Михаил Русый ҡатнашырға ниәтләй.

Форумға министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, төбәк власының һәм Федераль йыйылыштың ике палатаһының профилле комитеттары вәкилдәре, Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Украинаның һөт етештереүселәре һәм эшкәртеүселәре саҡырылған.

Тармаҡ съезы эшендә рәсми рәүештә Башҡортостандың өс һөт-консерва комбинаты ҡатнаша. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, «Аллат» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, Мәләүез һәм Мәсәғүт комбинаттары үҙҙәренең продукцияһын күрһәтәсәк. Беҙҙең предприятиелар эш программаһында ла, конкурстарҙа ла ҡатнашырға тейеш.  

Съезда илдең һөтсөлөк тармағының төп проблемаларын, 2011 – 2020 йылдарға кәрәкле дәүләт ярҙамы сараларын, һөт баҙарындағы әлеге һәм күҙалланған хәлдәрҙе тикшереү билдәләнгән. Һөтсөлөк союзының тармаҡ үҫешендәге роле тураһында, һөт етештереүселәр һәм һөт эшкәртеүселәр араһындағы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләре һәм перспективалары тураһында фекер алышыу көтөлә.