Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә икенсел торлаҡҡа уртаса хаҡ кәмегән

Иҡтисад

Өфөлә икенсел күсемһеҙ милек баҙарында бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 46,28 мең һум тәшкил итә. Һуңғы аҙнала ул 0,1 процентҡа кәмегән. Бер, өс һәм күп бүлмәле фатирҙар сегментында ла хаҡтар шул самаға төшкән. Ә ике бүлмәлеләргә уртаса хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡалған.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Стапанова мәғлүмәте буйынса, Өфөлә һатыуға ҡуйылған иң арзан өс бүлмәле фатир 800 мең һумға тәҡдим ителә. Ул К.Маркс урамында урынлашҡан, майҙаны – 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 46 миллион һум тора. Достоевский урамындағы биш бүлмәле фатирҙың хаҡы был. Уның майҙаны — 270 квадрат метр.

Бүлмәләр сегментында минималь хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12,1 «квадрат». Иң юғары хаҡ – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 кв. метр.

Әлеге ваҡытта һатылған иң ҡиммәтле коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны — 450 квадрат метр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть