5 декабрь, Дүшәмбе

14 март 2011 йыл, 9:49

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда һайлауҙарҙа 84 проценттан ашыу кеше ҡатнашҡан

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, көн элгәре үткән һайлауҙарҙа республикала 84,06% һайлаусы ҡатнашҡан.

Берҙәм һайлау көнө —13 мартта республикала 791 һайлау кампанияһы үтте, улар иҫәбенә 53 муниципаль районда — урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары – Совет һайлауҙары, 13 муниципаль районда һәм Мәләүез ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә – Совет депутаттарын өҫтәмә һайлауҙар, бер мандатлы 28-се Отрадовка һайлау округында (Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә) һәм 45-се бер мандатлы Иглин һайлау округында (Иглин, Нуриман һәм Ҡариҙел райондары биләмәһендә) – дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлауҙар инде.

Һайлаусылар исемлегендә 1 миллион 200 меңдән ашыу кеше ине. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 7378 депутат мандаты алмаштырыласаҡ.

14 мартта БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев уҙған һайлауҙар йомғаҡтары буйынса брифинг үткәрәсәк.

темалар: һайлауҙар