Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Сибайҙа «Бэби-шлягер» III ҡала фестиваль-конкурсы үтте

Йәмғиәт

Сибайҙа 6-нан 10 йәшкә тиклемге йөҙҙән ашыу баланы йыйған III «Бэби-шлягер» ҡала балалар ижады фестиваль-конкурсы үтте. Сибай дәүләт филармонияһында үткән Гала-концертта ҡатнашыу өсөн йәш конкурсанттар балалар сәнғәт мәктәбендә һәм балалар музыкаль мәктәбендә ике һайлап алыу туры үтте.

Айырым башҡарыусылар, вокаль дуэттар, ансамблдәр, бейеү номерҙары бер-береһен алмаштырып торҙо, һәм һәр сығыш сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ булды. Хореография постановкалары, артистизм, сәхнәлә хәрәкәт итә белеү, үҙенсәлекле костюмдар — ҡаланың мәҙәниәт өлкәһендәге әйҙәүсе белгестәренән торған жюри ағзалары барыһын да билдәләне.

Гран-приҙы «вокал» номинацияһында сығыш яһаған 10 йәшлек Йәнбулат Зөлҡәрнәев алды, тамашасылар һөйөүе призын — «Ҡарһылыу» балалар баҡсаһынан Мәликә Әбүбәкирова.

«Бэби-шлягер» Сибайҙа тәүге тапҡыр 2008 йылда үтте, һәм шунан алып ул йәш таланттар араһында киң танылыу алған конкурс булып ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть