7 декабрь, Шаршамбы

11 март 2011 йыл, 16:13

Өс йылда Башҡортостандағы балалар баҡсаларында 30-35 мең урын булдырылырға тейеш

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда балалар баҡсаһына сиратҡа бәйле хәл ҡатмарлы булып ҡала. 50 мең самаһы урын етешмәй. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов был хаҡта «Промышленник России» журналына интервьюһында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, был ғәйәт ҙур һан.

Шулай ҙа был мәсьәлә республика етәкселеге менән әүҙем хәл ителә. Билдәле программа бар, уға ярашлы өс йыл дауамында Башҡортостандағы балалар баҡсаларында 30-35 мең самаһы урын булдырылырға тейеш.

— Программа хаҡы яҡынса һигеҙ миллиард һум, — тип билдәләне БР Президенты. — Ҡалған 20 мең урынды беҙ йорт төркөмдәре ойоштороусыларға ярҙам итеү аша тулыландырырға теләйбеҙ.

Төбәк башлығы күп балалы ғаиләләргә милеккә ер биреү мәсьәләһен дә күтәрҙе. Уның фекеренсә, ер республикала бөтөн категориялағы ғаиләләргә лә етергә тейеш.  Ләкин бында уны алырға мөмкинлек бирмәгән ҡаршылыҡтар күп.  

— Беҙ был ҡаршылыҡтарҙы кәметеү өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.