Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

«Башнефть» компанияһы нефть сервистарын ҡулайлаштырыуҙың эҙемтәләрен иҫкәртеү буйынса саралар күрелә

Иҡтисад

Кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы үтте. Унда «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү эшмәкәрлеген хеҙмәтләндереүсе нефть сервисы ойошмаларын ҡыҫҡартыу арҡаһында барлыҡҡа килеүе мөмкин булған иҡтисади һәм социаль эҙемтәләрҙе иҫкәртеү буйынса саралар ҡаралды. Был эште, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов контролдә тота.

Ултырышта ҡатнашыусылар үҙгәртеп ҡороуҙарға әҙерләнеүсе «Башнефть» компанияһының структур бүлексәләре урынлашҡан тораҡ пункттарҙа яңы эш урындары булдырыу һәм инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу кәрәклеген билдәләне. Был Приют, Ҡандры, Краснохолмский, Ҡуян, Редькин, Серафимов һәм Семилетка.

Муниципалитет башлыҡтарына БР Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә монопрофилле тораҡ пункттарҙа хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеүгә мөмкинлек бирәсәк үҙҙәренең программаларын әҙерләргә кәңәш ителде, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть