10 декабрь, Шәмбе

11 март 2011 йыл, 14:09

Наркотиктарға ҡаршы акция үтә

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан «Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. 18 мартҡа тиклем 8-800-347-20-30 һанлы ышаныс телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Ҡала һәм райондар халҡы наркопритондарҙың ҡайҙа урынлашыуы, наркотиктар әҙерләү, һаҡлау һәм улар менән сауҙа итеү факттары тураһында хәбәр итә ала.

Профилактика һәм наркомандарҙы дауалау мәсьәләләре буйынса 229-75-58, 229-75-59 (БР Наркоконтроле), 279-40-92 (БР буйынса Эске эштәр министрлығы), 223-11-08  («Алкоголизм һәм наркоманияға юҡ» фонды), 8-917-384-40-60 (Рус Православие сиркәүенең Өфө епархияһы реабилитациялау үҙәге), 8-960-396-96-57 («Нәсихәт» ислам реабилитация үҙәге) телефондарына шылтыратырға мөмкин.

— Былтыр ышаныс телефонына 1600 шылтыратыу килде. Тикшереү барышында уларҙың яртыһы дөрөҫлөккә тап килде, был яҡшы һөҙөмтә, — тинеләр РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР идаралығы матбуғат хеҙмәтендә. — Акция ваҡытында, ҡағиҙә булараҡ, шылтыратыуҙар күбәйә. Шуға күрә ышаныс телефонына килгән мөрәжәғәттәр нигеҙендә эшләгән оператив төркөмдәр ҙә көсәйтелә.