Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

23 мартта Башҡортостанда - Бушлай юридик ярҙам көнө

Йәмғиәт

«Рәсәй юристары ассоциацияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе 23 мартта республикала Бушлай юридик ярҙам көнө үткәрә.

Теләге булғандарҙың барыһы ла иртәнге 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем Өфө, Белорет, Нефтекама һәм Сибайҙағы Бушлай хоҡуҡи ярҙам үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала.  

Өфөлә түләүһеҙ юридик консультацияны Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты ҡарамағындағы юридик клиникала (Мөҡсинов урамы, 2), Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы ҡарамағындағы юридик клиникала (М.Рыльский урамы, 9,/1), Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты ҡарамағындағы юридик клиникала (Достоевский урамы, 131, 306а кабинет), РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә (Достоевский урамы, 73), Башҡортостан социаль технологиялар институтында (Октябрь проспекты, 74/2), М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалында (Сельская Богородская урамы, 37) алырға мөмкин.

Белоретта — Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Белорет филиалында (К.Маркс урамы, 48, 7-се кабинет), Сибайҙа – Башҡортостан Республикаһы Президентының Сибай ҡалаһы ҡала округындағы Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә (К.Цеткин урамы, 2), Нефтекамала – Башҡортостан республикаһы адвокаттар коллегияһының Нефтекама ҡала филиалында (Социалистик урамы, 47).

Бәйләнеш өсөн телефондар: 8 (347) 273-68-77, 8 (347) 273-69-60.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть