8 декабрь, Кесе йома

11 март 2011 йыл, 13:02

Республикалағы ужым баҫыуҙарының торошо хәүефләндермәй

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда ужым культуралары быйылғы һалҡын ҡышты ярайһы имен үткәрҙе. Ҡалын ҡар япмаһы арҡаһында сәсеүлектәр туңманы һәм әле лә тәрән йоҡола. «Башинформ» агентлығына БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселектең прогрессив технологиялары бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, белгестәрҙең һығымталарын монолиттарҙы тикшереү ҙә раҫлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, февралдә республиканың төрлө райондарында ужым сәсеүлектәре монолиттары алынып, артабан уларҙың шытымдары үҫтерелде. Алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, ужым культураларының 161 мең гектары бик яҡшы хәлдә. Был дөйөм майҙандың 24,5 проценты. 343,5 мең гектарҙағы сәсеүлектәр ҡәнәғәтләнерлек тип табылған (52%). Ә 152 мең гектарҙағы ужым торошо насар тип баһалана.

Белгестәр, яҙғыһын 121 мең гектарҙа ужым культураларын ҡайтанан сәсергә тура киләсәк, тип күҙаллай.  Уҙған йылдар тәжрибәһен иҫәпкә алғанда, беҙҙең климат шарттары өсөн был ҙур юғалтыу түгел. Шул уҡ ваҡытта ужымды ҡайтанан сәсергә тура килгәндә 14 мең тонна күләмендә орлоҡ дефициты күҙәтелә. Әлеге мәлдә орлоҡтарҙың страховка фонды булдырыла.

Төп яҙғы сәсеү өсөн Башҡортостан аграрийҙары орлоҡтар менән тәьмин ителгән.  Ике район – Йылайыр һәм Ғафури ғына был исемлеккә инмәй.