Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда февралдә аҙыҡ-түлек 1,7 процентҡа ҡыйбатланған

Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары февраль йомғаҡтары буйынса ҡулланыу хаҡтары индексын билдәләне. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡулланыу хаҡтары йыл башынан алып республикала 3,4 процентҡа күтәрелгән. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес йыл башынан алып 103,2 процент тәшкил иткән. Волга буйы федераль округы буйынса хаҡтарҙың минималь үҫеше Пермь крайында күҙәтелгән — 102,6%, иң юғары үҫеш — Нижегородка өлкәһендә, 104,1 процентҡа тиклем.

Февралдә Башҡортостанда бөтә тауар һәм хеҙмәттәргә хаҡтар уртаса 1 процентҡа күтәрелгән. Айырыусы аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан – ғинуар айы менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар февралдә — 0,2 процентҡа, хеҙмәттәр 1 процентҡа ҡыйбатланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть