6 декабрь, Шишәмбе

09 март 2011 йыл, 10:30

Башҡортостанда яҙғы юл өҙөклөгө осоронда ауыр йөклө транспорт хәрәкәте сикләнә

автор: "Башинформ"

Автомобиль юлдарын һаҡлау маҡсатында дөйөм ҡулланыуҙағы юлдарҙа яҙғы юл өҙөклөгө осоронда йыл һайын ауыр йөклө транспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелә. Быйыл улар 5 апрелдән 5 майға тиклем ғәмәлдә була.

Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге ҙур габаритлы транспорт хәрәкәтен сикләү БР Хөкүмәтенең 2011 йылдың 5 мартындағы 194-р һанлы бойороғона ярашлы тормошҡа ашырыла. Аҙыҡ-түлек, пассажирҙар, орлоҡ, ашлама һәм почта ташыусы транспорт хәрәкәтенә ташлама яһала. Бойороҡтоң ҡушымтаһында транспорт күсәренә төшкән рөхсәт ителгән ауырлыҡ күрһәткестәре бирелә.

БР-ҙың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында транспорт күсәренә төшкән ауырлыҡты сикләүсе ваҡытлыса юл билдәләре ҡуйыуҙы тәьмин итеү йөкмәтелгән. Дәүләт комитеты күсәргә төшкән ауырлыҡ ваҡытлыса юл билдәләрендә күрһәтелгәндән артҡанда ауыр йөк ташыусы шоферҙарға махсус рөхсәт тә бирә.

Рөхсәт Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 1 мартындағы “Башҡортостан Республикаһының төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдары буйлап транспорт хәрәкәт иткәндә ауыр йөк ташыусы транспорт тарафынан килтерелгән зыянды билдәләү тураһында” 59-сы ҡарарға ярашлы зыян ҡаплатылған осраҡта бирелә.