7 декабрь, Шаршамбы

04 март 2011 йыл, 17:26

Башҡортостан халҡының медицина хеҙмәткәрҙәренә ялыуҙары күбәйҙе

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса халыҡтан мөрәжәғәттәр күбәйҙе. Мәҫәлән, 2010 йылда республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына граждандарҙан 4 мең яҙма мөрәжәғәт килгән, был элгәре йыл менән сағыштырғанда 34 процентҡа күберәк.

Күптән түгел ведомствоның 2010 йыл йомғаҡтары буйынса үткән киңәйтелгән коллегияһында БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев үҙенең докладында билдәләүенсә, 100 мең кешегә иҫәпләгәндә иң күп хаттар Өфө, Салауат, Күмертау ҡалалары, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ғафури райондары халҡынан килгән.

Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, медикаменттарҙы һаҡлау һәм таратыу шарттарын үтәмәү, дарыуҙарҙың минималь ассортиментының, медицина эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле матди-техник тәьминәттең тулы исемлеген раҫлаусы документтарҙың булмауы, медицина ярҙамы сифатына ведомство эсендәге контролдең тейешенсә ойошторолмауы менән бәйле етешһеҙлектәр йыш осрай.

Һаулыҡ һаҡлау министры фекеренсә, етәкселәр аралашыу өсөн асығыраҡ булһа, граждандарҙың проблемаларына иғтибар бирһә, етешһеҙлектәргә юл ҡуймау буйынса саралар күрһә, ялыуҙар аҙыраҡ булыр ине.

— Граждандарҙы ҡабул итеү, дауалау учреждениеларының сайттарын асыу һәм унда тейешле мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыу буйынса эште яҡшыртырға кәрәк, – тип мөрәжәғәт итте Георгий Шебаев коллегияла медицина учреждениелары етәкселәренә. – Кеше дауалау учреждениеһына ярҙам һорап, билдәле бер эмоциональ хәлдә килә. Тупаҫлыҡ һәм битарафлыҡ менән осрашһа, пациент ялыу итергә мәжбүр. Беҙ ауырыуҙарға мөнәсәбәтте үҙгәртергә, миһырбанлы, иғтибарлы булырға тейешбеҙ. Шәхсән һеҙгә этика һәм деонтология принциптарын үтәргә, ошоно уҡ үҙ хеҙмәткәрҙәреңдән талап итергә кәрәк, – тине министр.