5 декабрь, Дүшәмбе

11 март 2011 йыл, 10:06

Рөстәм Хәмитов губернаторҙарҙың сәйәси ныҡлығы рейтингында лидерҙар иҫәбендә

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Петербург сәйәсәте» фонды һәм «Минченко Консалтинг» коммуникациялар холдингы тикшеренеүҙәре мәғлүмәте буйынса губернаторҙарҙың сәйәси ныҡлығы рейтингында иң юғары балл йыйыусы төбәк башлыҡтары иҫәбенә инде, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

10 мартта баҫылып сыҡҡан тикшеренеүҙә теге йәки был төбәк етәксеһе файҙаһына дәлилдәр баһаланды.

Рөстәм Хәмитов биш баллы система буйынса иң юғары баһаны алды. Эксперттар федераль властың Башҡортостан Президенты эшмәкәрлеген хуплауын, республикалағы сәйәси тотороҡлоҡто, шулай уҡ Рөстәм Хәмитовтың төбәк башлығы вазифаһына күптән түгел тәғәйенләнеүен билдәләй.

Рөстәм Хәмитов менән бер рәттән Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов, Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев, Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозов, Мәскәү мэры Сергей Собянин һәм башҡалар юғары балл йыйҙы. Губернаторҙарҙың сәйәси ныҡлығы рейтингы 2007 йылдың авгусынан алып ярты йылға бер тапҡыр сығарыла.