8 декабрь, Кесе йома

11 март 2011 йыл, 9:40

Рөстәм Хәмитов энергетика буйынса Рәсәй Дәүләт советы Президиумы ултырышында ҡатнашасаҡ

автор: Сергей Захаров

11 мартта Саян-Шушенский ГЭС-ында ил Президенты Дмитрий Медведев Рәсәй Дәүләт советы Президиумының энергетиканы үҫтереү мәсьәләләренә һәм энергияны һөҙөмтәле ҡулланыу проблемаларына арналған ултырышын үткәрәсәк.

Көн элгәре Абаканға — Хакасияның баш ҡалаһына, Рәсәй Дәүләт советы Президиумы ултырышында ҡатнашыу өсөн һигеҙ төбәк етәксеһе, шул иҫәптән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы Рәсәй Дәүләт советы Президиумының әлеге составына 2010 йылдың декабрендә инде.