Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Туймазы республика балалар халыҡ хореография фестивален ҡабул итергә әҙерләнә

Йәмғиәт

24 — 26 мартта Туймазыла III «Дуҫлыҡ хороводы» асыҡ республика балалар халыҡ хореография фестивале үтәсәк. Ул балалар халыҡ хореографияһын пропагандалау һәм артабан үҫтереү, үҫеп килеүсе быуынды эстетик йәһәттән тәрбиәләүҙә уның ролен көсәйтеү, халыҡ бейеүе үҫешенең перспективаларын билдәләү маҡсатында ойошторола. Фестивалде ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы муниципаль район хакимиәте сығыш яһай.

Конкурс ике йәш категорияһы буйынса үткәрелә: 9 йәштән 12 йәшкә тиклем һәм 12-нән 16 йәшкә тиклем.  Еңеүселәрҙе Гран-при, лауреат һәм дипломанттар исемдәре көтә.

Сығыш яһауҙан бушаған арала балаларҙың «Һаумы, яңы дуҫ» дискотекаһында күңел асырға, Туймазы дәүләт татар драма театрында спектакль ҡарарға, Туймазы ҡалаһында күргәҙмә экскурсияла йөрөргә мөмкинселеге буласаҡ, ә коллектив етәкселәре өсөн ижади лаборатория ойошторола. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мәғлүмәте буйынса, Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының ижади коллективтарынан тыш, күрше өлкәләрҙекеләр ҙә фестивалдә ҡатнашырға теләк белдергән. Хужалар байрамдың уңышлы үтеүе өсөн барыһын да эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть